вернутся на сайт Башкирские песни

Ян Лира – Туйға теләк

Вы можете Скачать Ян Лира – Туйға теләк без регистрации.
Приятного вам отдыха.

Текст песни Ян Лира – Туйға теләк

Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Ҡушымта:
Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай - әсәй, дуҫ - туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!

Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш,
Һомғол, зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта, именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

Табышып ҡауышҡанһығыҙ,
Һүрелмәһен тойғоғоҙ!
Тормош юлын етәләшеп,
Йәнәш кенә уҙығыҙ!
Ел - буранда, ҡараңғыла
Бер - үк, һеҙ аҙашмағыҙ!
Ярты юлда өҙөлмәһен
Мөхәббәтле йырығыҙ!

аватар МС BASH
аватар Ян Лира
аватар Rena Rnt
аватар W&W
аватар Ёлка
аватар ЗВЕРИ
аватар Певица Валерия
аватар In2Nation
Другие исполнители