Ағастан йорт һалғың килһә | Новости Башкортостана

Ағастан йорт һалғың килһә

28.08.2017 в 18:57 \\ Дом. Семья \\ 304
  • Первый рисунок

«Йорт төҙөү өсөн республика урмандарынан ағас алырға мөмкин булыуы хаҡында ишетеп беләм, тик уны ни рәүешле юлларға кәрәклеген төшөнөп етмәйем. Шул мөмкинлекте ҡуллана алһам, өйлө булыу хыялын тормошҡа ашырыр инем. Ағас кемдәргә, күпме, ниндәй шарттарҙа бирелә икән?»
Гүзәл ИҘРИСОВА,
Өфө районы.

Республикала йорт һалыу өсөн ағас алыу тәртибе хаҡында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте аңлатма бирә:
– Башҡортостанда халыҡҡа ағас биреүҙең яңы нормалары буйынса ғаилә (ғаиләнең һәр ағзаһы түгел) йә яңғыҙ йәшәүсе гражданин йорт һалыу өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрғаса ағас алыу хоҡуғына эйә. Йорт ремонтлауға, төҙөкләндереүгә биш йылға бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем, ихата-ҡаралты төҙөүгә шулай уҡ биш йылға бер мәртәбә 50 кубометрғаса ағас алып була. Ҡаралты-ҡураны ремонтлауға өс йылға бер 15 кубометрға тиклем ағас бирелә. Өйгә яғырлыҡ утынды иһә йыл һайын 20 кубометрғаса әҙерләргә мөмкин.

Ғариза «Урмансылыҡтар идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына ҡараған урмансылыҡтарҙың берәйһенә тапшырыла. Алынасаҡ ағастың төрө (япраҡлы, ылыҫлы), күләме яҙмала күрһәтелергә тейеш. Гражданиндың шәхесен, уның һәм ғаилә ағзаларының теркәү урынын раҫлаған документтар, ИНН күсермәләре, шулай уҡ ер участкаһын теркәү хоҡуғы хаҡында документ күсермәһе ғариза менән бергә бирелә. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәндән һуң, РФ Хөкүмәте ҡарарҙарына ярашлы, тейешле урмансылыҡ менән гражданин араһында килешеү төҙөлә һәм алған ағас өсөн күпмелер хаҡ түләнә. Үҙеңә бүленгән ағасты һатырға ярамай, бының өсөн ҙур штраф ҡаралған.

Тәбиғәт бәлә-ҡазалары һәм янғын арҡаһында өйһөҙ, ҡаралты-ҡураһыҙ ҡалыусылар ғаризалары сиратһыҙ ҡарала. Был осраҡта бәләгә тарыған кеше үрҙә һаналған документтарға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белешмә ҡушып бирергә тейеш була. Урындағы үҙидара органы уны аҙ килемле итеп таныһа, был хаҡтағы ҡарар күсермәһен дә тапшырыу мотлаҡ.

«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы» Закондың 10-сы статьяһына ярашлы, дүрт категорияға ҡараған граждандар, белеүебеҙсә, торлаҡ төҙөүгә бушлай ер алыу ташламаһына эйә. Улар – Рәсәй Торлаҡ кодексының 52-се статьяһына ярашлы торлаҡҡа мохтажлыҡ буйынса иҫәптә тороусылар; торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләр (ир һәм ҡатынға 35 йәш тулмаған булырға тейеш) һәм бер йәки унан күберәк балалы тулы булмаған йәш ғаиләләр; өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары булған граждандар; бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүселәр. Шул уҡ кешеләр ағас алыуға сиратҡа торғанда ла өҫтөнлөклө хоҡуҡ менән файҙалана. Был осраҡта ер участкаһына хоҡуҡты теркәү тураһында документ күсермәһе лә урмансылыҡҡа тапшырыла.

Әлеге мәлдә «Ағасты файҙаланыу» төбәк мәғлүмәт системаһында урмансылыҡтар буйынса электрон сират булдырылды. БР Урман хужалығы сайтында граждандар үҙҙәренең сиратын күҙәтеп бара ала.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter