Һабанда һайрашыр мәл етә | Новости Башкортостана

Һабанда һайрашыр мәл етә

09.04.2016 в 09:41 \\ Общество \\ 3167
  • Первый рисунок

Быйыл ҡарҙың күп булыуы ауыл эшсәнен
шатландырмай ҡалманы. Шуға күрә ер кешеһенең кәйефе күтәренке, киләһе уңышҡа өмөт бар. “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Хәйбулла филиалындағы оҫтаханала ҙур йәнлелек: кемдер тракторҙарҙы тикшерә, икенселәре тырма-катоктарҙы барлай, өсөнсөләре сәскестәргә һуңғы һынау үткәрә. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәре
алдынан була торған ҡыҙыу эш бара. Хужалыҡ етәксеһе Илшат Бохарбаев әйтеүенсә, эшсәндәрҙең тырышлығы менән ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ваҡытында һәм
сифатлы итеп башҡарылған.

– Яҙғы сәсеү 12 мең 500 гектар майҙанда планлаштырыла, – ти Илшат Ришат улы. – Барлығы 22 берәмек техника үҙ сәғәтен көтөп ултыра, кадрҙар мәсьәләһе юҡ. Үҙебеҙҙең майҙанда сә­сеүҙе тамамлағас та, ра­йон фермерҙарына ярҙам­ға сығабыҙ. Үткән йылда ғына уларға, шәхси хужа­лыҡтарға ярҙам итеүҙән 11 миллион һумдан ашыу табыш алдыҡ. Был аҡсаны техниканы йүнәтеүгә тотонабыҙ. Күренеүенсә, улар башлыса сит илдән килтерелгән, шуға күрә запас часть табыу бик ҡый­батҡа төшә. Орлоҡ бар, яғыулыҡ етерлек. Тик көнө генә яҡшы торһон.
Хужалыҡтың баш инженеры Илсур Рәмов йыл һайын яҙғы сәсеү эштә­ренә район һәм республика етәкселеге тарафынан субсидия бүленеүенә рәх­мәт белдерҙе. Юғиһә республикала иң ҡаты бойҙай сорты үҫтергән Хәйбулла эшсәндәренә һуңғы йыл­дарҙа игенселек менән шөғөлләнеү еңелдән би­релмәй бит. Игенселәрҙең тырышлығы һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында ғына эш уң бара.
Быҙаулыҡ ауылында йәшәгән Марс Килде­баевтың бында эшләүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үткән. Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын тап ошонда башлауына ҡыуанып бөтә алмай ул.
– Шарттар шул тиклем яҡшы. Техника яңы, эшлә­үе күңелле, – тип йылмая йәш механизатор.
Оҙаҡ йылдар алдынғы­лыҡты бирмәгән механи­заторҙар Рәсих Түлебаев, Наил Дәүләтшин, Марат Ҡыуандыҡов, Иҙел Нураев һәм Айрат Солтановтар ҙа һабанда һайрашыр мәлде түҙемһеҙләнеп көтә.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter