Бөгөн билдәле йырсы, Хәниә Фәрхиҙе һуңғы юлға оҙаталар | Новости Башкортостана

Бөгөн билдәле йырсы, Хәниә Фәрхиҙе һуңғы юлға оҙаталар

28.07.2017 в 10:08 \\ Общество \\ 133
  • Первый рисунок

Кисә йырсы Башҡортостандан ҡайтышлай үҙен насар тоя башлай, дауаханаға оҙаталар, әммә ҡотҡара алмайҙар. Йырсы йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Хәниә Фәрхи менән хушлашыу бер сәғәттән Үрге Тәтешле ауылындағы мәҙәниәт йортонда була. Татарстанда мәрхүмә менән иртәгә хушлашалар. Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова 1960 йылдың 30 майында Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған, күрше Бәҙрәш мәктәбендә белем алған. Уның башҡарыуында "Әлдермешкә ҡайтам әле", "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә", "Онотолор тимә", "Ҡышҡы сейә" тигән йырҙар киң билдәле. Хәниә Фәрхи репертуарында 300-ҙән ашыу йыр бар.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter