Бабич ролен башҡарыусы Екатеринбургтағы кинофестивалдә ҡыҙыл юлдан үтте | Новости Башкортостана

Бабич ролен башҡарыусы Екатеринбургтағы кинофестивалдә ҡыҙыл юлдан үтте

07.09.2017 в 21:15 \\ Культура \\ 1307
  • Первый рисунок

Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич ролен уйнаған актер Илгиз Таһиров Екатеринбургта «Уралкинофест» кинофестивалендә ҡыҙыл юлдан үтте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың юлы ағалы-энеле Люмьер һәйкәленән башланды.

Кинофестиваль программаһында «Бабич» һәм «Өфөнән һөйөү менән» тигән ике яңы башҡорт фильмы тәҡдим ителгән. Айнур Асҡаровтың романтик комедияһы конкурс программаһында 6 сентябрҙә күрһәтелде. Булат Йосоповтың тарихи фильмын 7 сентябрҙә «Глобус» сауҙа-күңел асыу комплексының кино йортонда һәм 8 сентябрҙә «Карнавал» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең кинокомплексында ҡарарға мөмкин.

2-8 сентябрҙә Екатеринбургта һәм Свердловск өлкәһе ҡалаларында икенсе тапҡыр Рәсәй киноһының Урал асыҡ фестивале уҙғарыла. Программала — Екатеринбургтың һәм өлкәнең 20 кинозалында 119 картина. Жюри рәйесе — режиссер, сценарист Андрей Прошкин. Сеанстарға инеү бушлай.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter