Башҡортостан Хөкүмәте «Турбаҫлы бройлерҙары» проектына дәүләт ярҙамы күрһәтәсәк | Новости Башкортостана

Башҡортостан Хөкүмәте «Турбаҫлы бройлерҙары» проектына дәүләт ярҙамы күрһәтәсәк

03.08.2017 в 20:45 \\ Экономика \\ 279
  • Первый рисунок

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов «Турбаҫлы бройлерҙары» компанияһының бройлер йүнәлешендәге өҫтөнлөклө инвестиция проектын төҙөкләндереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Дәүләт һалымдарға льготалар биреп 420,9 млн һум кимәлендә ярҙам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында республика һәм «Русское зерно» холдингы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө. Планға ярашлы етештергән продукция күләмен йылына 70 мең тоннаға еткереү күҙаллана. Был башҡа йылдарҙағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда бер ярымға күберәк.

Шулай уҡ холдинг һыу таҙартыу һәм ойошмала экологик мәсьәләне тулыһынса хәл итер өсөн махсус объекттар төҙөйәсәк. Проектк буйынса йылына 42 млн себеш етештерәсәк инкубатор һәм йылына 80 мең тонна продукция етештергән ит эшкәртеү заводы төҙөлгән.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter