Башҡортостан туризм өлкәһендә илдең уңышлы эшләгән 10 төбәге исемлегендә | Новости Башкортостана

Башҡортостан туризм өлкәһендә илдең уңышлы эшләгән 10 төбәге исемлегендә

13.09.2017 в 20:43 \\ Общество \\ 247
  • Первый рисунок

Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә тармаҡ мәсьәләләренә арналған ултырышта белдерелде. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ыңғай үҫеш күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта агро, экотуризмдар, йәйәүле, һыбай һәм башҡа йүнәлештәр тулы кимәлдә яйға һалынмаған. Тау саңғыһы, тарихи урындар, тәбиғәт һәйкәлдәре маршруттары ла яңы үҙләштерелә башланы. Бөгөнгө ултырышта дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһы ла тикшерелде һәм раҫланды. 2018-20 йылдарҙа һатыуға ҡуйыласаҡтар исемлегенә Республика агросәнәғәт комплексы объекттарын проектлау институты, “Башагропромпроект”, Йәмәғәт туҡланыуы комбинаты, башҡа унитар предприятиелар индерелгән. Уларҙы һатыуҙан ҡаҙнаға 600 миллион һум табыш килер, тип көтөлә. Бөгөнгә Башҡортостанда 40 дәүләт-унитар предприятиеһы һәм республика өлөшө булған 44 йәмғиәт бар.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter