«Башҡортостан ҡыҙы »на -50 !» | Новости Башкортостана

«Башҡортостан ҡыҙы »на -50 !»

28.08.2017 в 19:38 \\ Общество \\ 189
  • Первый рисунок

Журналыбыҙ 2018 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы «Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!» исемле бәйге иғлан ителә. Баҫмабыҙ тарихына арналған публицистик мәҡәлә, шиғыр, журналыбыҙ менән бәйле үҙенсәлекле хәтирәләр – өс төрлө жанрға ҡараған ижади эштәрҙең иң бай йөкмәткелеһе, иң шәбе «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә донъя күрәсәк. Һәр жанр буйынса өсәр еңеүсе билдәләнәсәк һәм улар, оло юбилей тантанаһына саҡырылып, республикабыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Конкурсҡа эштәр 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Яҙмаларҙың күләме 1,5 интервал менән компьютерҙа баҫылған 5 биттән артмаҫҡа (яҡынса 7 мең билдә) тейеш.

Уларҙы электрон йәки ҡағыҙ вариантта түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат, «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы, е-mail: bashkizi@yandex.ru

Еңеүселәрҙең барыһын да бүләктәр көтә!

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter