Башҡортостанда 5 проблемалы төҙөлөш компанияһы бар

31.08.2016 в 20:04 \\ Общество \\ 375
  • Первый рисунок

Башҡортостан банкрот төҙөүсе компаниялар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынға сыҡҡан. Төҙөлөш комплексының рейтинг агентлығы ошондай мәғлүмәттәр иғлан итте. Бер йыл эсендә генә Рәсәйҙә банкрот төҙөүселәр һаны өс тапҡырға артҡан. Уҙған йылда илдә ниндәй ҙә булһа объектты төҙөп бөтә алмаған 22 компания булһа, быйыл ундайҙар һаны 61-гә еткән. Банкорт төҙөүселәр рейтингында беренсе урынды Мәскәү алған, ошондай 7 ойошма бар. Икенселә Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан урынлашҡан, 5-әр проблемалы компания иҫәпләнә.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar