Башҡортостанда ARTE француз-немец телеканалы бал һәм солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрә | Новости Башкортостана

Башҡортостанда ARTE француз-немец телеканалы бал һәм солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрә

07.09.2017 в 21:05 \\ Общество \\ 452
  • Первый рисунок

Башҡортостандағы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына республикала һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле кәсеп — солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрөү өсөн ARTE француз-немец телеканалының ижади төркөмө килде. UFA.AIF.RU ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косаревҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, канал бал тураһында төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә төшөрөлгән 16 фильм сығарырға йыйына. Фильмда ҡурсаулыҡтағы тоҡомдан килгән умартасыларҙы, атап әйткәндә, солоҡсо Сабит Ғәлинды күрергә мөмкин. Уның нисек йәшәүен, эшләүен һәм ҡырағай бал йыйыуын төшөрөргә ниәтләйҙәр. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре төбәктә солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу, Бөрйән бал ҡортоноң үҙенсәлектәре һәм уның ҡушылыу проблемалары хаҡында һөйләйәсәк.

Проекттың продюсеры Александра Дальсбек һүҙҙәренсә, фильмды махсус рәүештә Европа тамашасыһына билдәһеҙ булған урында төшөрәләр. «Беҙгә урындағы умартасының күңел торошон аңлау, уның нисек йәшәүен, ни өсөн ошо һөнәр менән шөғөлләнеүен күрһәтеү мөһим», — тип билдәләне ул.

ARTE каналы тамашасылары башҡорт балы хаҡында 26 минутлыҡ документаль фильмды 2018 йылдың башында ҡарай ала.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter