Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ көнө 25 августа Күмертауҙа үтәсәк | Новости Башкортостана

Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ көнө 25 августа Күмертауҙа үтәсәк

01.08.2017 в 23:47 \\ Общество \\ 140
  • Первый рисунок

Быйыл Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ көнө 25 августа Күмертауҙа үтәсәк. Сараны ойоштороусылар – республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Күмертау хакимиәте, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

– Эшҡыуарлыҡ көнө – республика бизнесы майҙаны. Йыл һайын беҙ уны үткәреү буйынса яңы алымдар ҡулланабыҙ, ҡыҙыҡлы спикерҙар йәлеп итәбеҙ. Сарала «һорау-яуап» форматында асыҡ диалог, төп белгестәр менән сессия, семинарҙар, оҫталыҡ-дәрестәре, конференциялар үткәреү планлаштырыла, – тине Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев.

Форум бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә, үҙ эшен асырға теләүселәр һәм ойошма етәкселәре өсөн әһәмиәтле буласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар бизнесҡа ярҙам итеүсе ойошмалар менән танышыу, фәһемле бәйләнештәр булдырыу, тәжрибә ураҡлашыу мөмкинлеген ала.

Сарала ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә кәрәк.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter