Башҡортостанда яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде | Новости Башкортостана

Башҡортостанда яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде

29.08.2017 в 20:10 \\ Общество \\ 201
  • Первый рисунок

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Указына ярашлы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелде. Яңы ведомство төбәктә ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыу маҡсатынан ойошторола, тип хәбәр итәлә рәсми документта. Министрлыҡҡа яңы дәүләт органы положениеһын әҙерләргә һәм ведомстола ғаилә мәсьләләре буйынса идаралыҡ ойошторорға ҡушылды. Республикала ғаилә министрлығын булдырыу тәҡдиме быйыл мартта Рөстәм Хәмитовтың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуында тәүге тапҡыр яңғыраны.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter