Башҡортостанда нодуляр дерматит таралып китмәһен өсөн ашығыс саралар күрелә | Новости Башкортостана

Башҡортостанда нодуляр дерматит таралып китмәһен өсөн ашығыс саралар күрелә

28.09.2017 в 01:33 \\ Общество \\ 228
  • Первый рисунок

Йәрмәкәй районында нодуляр дерматит менән сирләгән малдар һаман да карантинда ҡала. “Пионер” хужалығында вирус йоҡторған 80-дән ашыу һауын һыйырын айырым тоталар. Ошо турала ветеринария хеҙмәте идаралығынан белдерҙеләр. Хәҙер, кооперативтағы һөт ҡайнатылып түгелә. Ә Башҡортостандың башҡа райондарында сир таралып китмәһен өсөн төрлө саралар күрелә. Ауыл халҡына хужалыҡ тотмайынса булмай. Сөнки, баҡсаһы йәшелсә-емешен бирә, ә мал һәм ҡош-ҡорт ите, һөтө, йомортҡаһы һәм башҡа аҙыҡ-түлеге менән тәъмин итә. Шуға күрә, хужаларға иртәнән кискә тиклем эшләп, төрлө саралар ҙа күрергә тура килә.Күрше Ырымбур өлкәһендә нодуляр дерматит таралып, Башҡортостан менән сиктәш райондарға хәүеф янағас, беҙҙә лә төрлө саралар күрелә башланы. Сөнки, был вирусты дауалау өсөн дарыуҙар юҡ. Ә бына алдан иҫкәртеп була. Ошоға күрә республикала вакцинация уҙғарыла.Нодуляр дерматитты күберәген серәкәйҙәр, күгәүендәр һәм себендәр тарата. Бынан тыш, ҡоштар аша, бигерәк тә һыу ҡоштары аша йоғоуы мөмкин. Мал аҙығы һәм һыу аша ла күсеүе ихтимал. Шуныһы ла мөһим, хужалыҡта малдың барыһы ла сирләмәй, ә бер нисәүһе генә. Шулай уҡ, ул бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан икенсе һыйырҙарҙа ла табылыуы мөмкин.Вирус һыйыр малының хәлен ала. Улар яй хәрәкәт итә, ашамай һәм аҙ һөт бирә башлай. Тән температураһы күтәрелә, ауыҙынан һәм танауынан шайыҡ, күҙҙәренән йәш аға. Ә тиреһе аҫтында шешектәр барлыҡҡа килә. Һуңынан улар үҫә килеп, аҡтарылып төшә һәм йәнә вирустың таралыуына булышлыҡ итә.Ауырғазы районында шәхси ихаталар өсөн өсөн 15 мең доза вакцина һатып алынған һәм шулсама мал прививкаланған. Ә ауыл хужалығы предприятиелары 7 мең доза менән тәьмин ителгән. Ошо көндәрҙә тағы ла шулсама вакцина ҡайтарыласаҡ.Белгестәр әйтеүенсә, нодуляр дерматит тиҙ тарала. Шуға күрә, ветеринария белгестәрен иҫкәртеп, ашығыс рәүештә саралар күрергә кәрәк. Хужалыҡта нодуляр дерматит табылһа, унда тулыһынса карантин индерелә. Мал сығарылмай. Биләмәгә ингән эшселәр һәм машиналар эшкәртеү үтә. Һау һыйырҙарҙың һөтө ҡайнатылып ҡулланыла, ә сирлеләренеке түгелә. Үлгән малдың кәүҙәһе лә юҡ ителә. Әле Башҡортостанда нодуляр дерматит асыҡланған бер хужалыҡ иҫәпләнә.Шуныһы ла мөһим, малда был вирус асыҡланһа, уның һөтөн һәм итен ризыҡҡа ҡулланырға ярамай, Шулай уҡ, һатырға һәм йүнәлгәндән һуң 30 көн дауамында тышҡа сығарырға рөхсәт ителмәй.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter