Башҡортостандың 100 йыллығына яңы дауаханалар төҙөлә | Новости Башкортостана

Башҡортостандың 100 йыллығына яңы дауаханалар төҙөлә

16.06.2017 в 20:15 \\ Общество \\ 357
  • Первый рисунок

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала белдерҙе. Юбилейға арнап 14 һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы төҙөлә йәки төҙөкләндерелә. Бының өсөн 15 миллиард һум аҡса ҡаралған. Финанстар республика бюджетынан бүленә, шулай уҡ инвесторҙарҙы йәлеп итергә мөмкин. Исемлектә Республика кардиология, клиник психотерапия үҙәктәре, онкология диспансеры, шулай уҡ Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы, Туймазылағы балалар поликлиникаһы һәм башҡалар бар. Республикала һаулыҡ һаҡлау һәр ваҡытта иғтибар үҙәгендә. Былтыр тармаҡҡа 54 миллиард ярым һум бүленгән.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter