Белорет районында яғыулыҡ гранулаһын эшләүсе заводта яңы етештереү линияһы асылды | Новости Башкортостана

Белорет районында яғыулыҡ гранулаһын эшләүсе заводта яңы етештереү линияһы асылды

12.10.2017 в 21:55 \\ Экономика \\ 1615
  • Первый рисунок

Сит илдә етештерелгән ҡорамал тиҙ арала һәм сифатлы итеп ағас һәм уның ҡалдыҡтарын эшкәртә ала. Урмандан килтерелгән ағастар станоктан үткәрелеп таҡталарға бүленгәс, төрлө цехтарға ебәрелә. Таҡта бысыу йә иһә яғыулыҡ гранулаһын алыу өсөн күбеһенсә ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ ҡулланыла. Цехта ағас таҡталарға ярыла һәм бәләкәс өлөштәргә бүленә. Яғыулыҡ гранулаһын етештереүҙә ағастың ҡабыҡтарын да ҡулланалар. Ошо маҡсатта пелеттар етештереү кампанияһы махсус ҡорамал эшләп сығарған. Пелеттарҙы яғып социаль учреждениелар, биналарҙы йылытырға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, ул утын һәм күмергә ҡарағанда күпкә отошлораҡ. Бынан тыш, етештереү тирә-яҡ мөхиткә һәм экологияға зыян килтермәй. Яғыулыҡ гранулаһын алыу ҡорамалы элеккеһенән сифаты яғынан ғына түгел, тиҙ эшләүе менән дә айырыла. Бер тоҡ яғыулыҡ гранулаһының ауырлығы яҡынса 15 килограмға етә. Ә заманса талаптарға таянып эшләнгән аппарат бер сәғәт эсендә 2,5 тонна яғыулыҡ гранулаһын сығара.Яңы ҡорамал сафҡа индерелгәс 40 кеше яңы эш урыны менән тәъмин ителде. Хәҙер предприятие йылына 14 мең тонна яғыулыҡ гранулаһы етештерергә һәләтле. Киләсәктә бында сит райондарҙан да ағас һәм ҡалдыҡтарын эшкәртергә килтерәсәктәр.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter