Үҙебеҙ эшләгән колбаса | Новости Башкортостана

Үҙебеҙ эшләгән колбаса

07.12.2015 в 23:36 \\ Обо всем \\ 676
  • Первый рисунок

Кибеттәге колбаса тәмле лә, тик сифаты ышандырырлыҡ түгел шул... Ә ниңә аптырап торорға? Иттең мул сағы, һуғым мәле – талымланыу осоро. Колбасаны үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ бит! Лиана ҠОРМАНОВА бөгөн беҙҙе нәҙек колбаса (сосиска) эшләргә өйрәтмәксе.

Шулай итеп, нәҙек колбаса бешереп ҡарайыҡ.
500-600 грамм тауыҡтың аҡ ите, 100 миллилитр һөт, 1 йомортҡа, 30 грамм аҡ май, 1-2 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос, төрөргә аҙыҡ-түлек өсөн пленка кәрәк була.

Тауыҡ итен һуған менән бергә ит турағыстан үткәрәбеҙ (ваҡ тишекле рәшәткәһен ҡуябыҙ). Йомортҡа һытабыҙ, һөт, аҡ май ҡушабыҙ. Тоҙ, борос һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ. Шунан блендер ярҙамында иҙмә хәленә еткерәбеҙ.

Аҙыҡ-түлек пленкаһын йәйеп ҡуябыҙ ҙа ситенә ике ҡалаҡ итле ҡатнашманы һалабыҙ. Артабан уны тығыҙлап, бер нисә ҡат ныҡлап урайбыҙ, пленканы ҡырҡабыҙ. Ике яғынан пленканы кәнфит кеүек төрәбеҙ, ситтәрен бәйләйбеҙ (еп менән бәйләргә лә мөмкин).

Сосисканы ҡайнап торған һыуға һалып, 20 минут самаһы бешерәбеҙ. Ул һутлы, тәмле генә була. Теләгәндәр тағы ла табала ҡыҙҙырып төҫ бирә ала.
Үҙебеҙ эшләгән колбаса
«Ҡайһы бер балалар итте ашап бармай. Сосисканы бөтәһе лә тиерлек ярата. Бына шуға ла уны үҙем әҙерләп ҡарарға булдым. Бәләкәстәрем һорап ашаны. Хәҙер уны йыш ҡына бешерәм. Күберәк эшләп, туңдырып ҡуйһаң да уңайлы», – ти Лиана.
Натрий глутаматы кеүек тәм көсәйткес, тағы ла бихисап шикле нәмәләр ҡушмайынса ғына, бына тигән тәмле ризыҡтар әҙерләп була.

Колбаса ғәҙәттә иттән, эс майынан, тоҙ-боростан тора. Тәмләткестәрҙең күңелегеҙгә ятҡанын ҡулланырға мөмкин. Ҡара һәм ҡыҙыл борос, тмин, кардамон һәр төрлө иткә лә бара. Итте ваҡ киҫәктәргә ҡырҡырға, ит турағыстан үткәрергә, блендер менән иҙергә мөмкин. Артабан тәмләткестәр ҡушылған итте 5-6 сәғәткә ҡуйып торһаң, колбаса тағы ла тәмлерәк буласаҡ. Ҡайһы бер рецептар буйынса, һуңынан был эслеккә һөт, йомортҡа, крахмал ҡушалар. Улар ҡуйыртыу һәм йомшартыу сифатына эйә.

Ғәҙәттә колбаса эслеген малдың эсәгенә тултырып эшләйҙәр. Уның тышын әрсеп тормайҙар. Хәҙерге заманда коллагендан, полиамидтан, целлюлозанан етештерелгән яһалма тышлыҡтар ҙа күп сығарыла. Өй шарттарында шулай уҡ фольга, аҙыҡ-түлек өсөн эҫегә сыҙамлы махсус пленка менән дә файҙаланалар.
Эсәккә эслекте тултырыу мәшәҡәтлерәк. Ит турағысығыҙҙың колбаса эшләү өсөн махсус ҡулайламаһы (насадка) булһа, бөтөнләй ауырлығы юҡ. Кондитер шприцын ҡулланырға ла мөмкин. Пластик шешәнең моронон ҡырҡып алып, киң яғы менән ит турағысҡа (бысағын, рәшәткәһен алып) беркетергә була. Тар яғына иһә эсәкте кейҙереп, бәйләп ҡуйырға ғына ҡала.

Эслекте тығыҙ итеп тултырмайҙар. Тағы ла: һауа инеп ҡалһа, уны энә менән тишеп сығаралар. Бешерергә ҡуйғанда ла колбасаны бер нисә урындан тишергә кәрәк.
Колбасаны ҡайнап торған һыуға һалалар ҙа һүрән утта ярты сәғәт самаһы бешерәләр. Һыуға ла йәшелсәләр, тәмләткестәр ҡушалар, ул сағында колбаса тағы ла һутлыраҡ булыр. Шулай уҡ табала ҡыҙҙырырға, мейестә, грилдә, быуҙа бешерергә мөмкин.
Гөлшат ҠУНАФИНА.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter