Европала эсмәйҙәр, тиҙәр, йәки поляктарҙан күргән этлек | Новости Башкортостана

Европала эсмәйҙәр, тиҙәр, йәки поляктарҙан күргән этлек

22.03.2017 в 21:28 \\ Общество \\ 433
  • Первый рисунок

Германияла BMW концерны етди зыян күргән. Автозавод ике иҫерек эшсе арҡаһында туҡтап ҡала. Юғалтыуҙар 1 миллион евроға баһалана. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Польшанан килгән ике гастарбайтерҙы цех залында иҫһеҙ табалар. Уларҙы эш урынында һәләк булған тип уйлайҙар, заводты 40 минутҡа туҡтаталар, Ашығыс ярҙам саҡырталар. Асылда поляктар аяҡтарында баҫып тора алмаҫ хәлдә, иҫерек була. Эсеүҙән тыш, ниндәйҙер үлән дә тартҡандар. BMW тарихында был - беренсе ошондай осраҡ. Етәкселек 1 миллион евро юғалтыу өсөн ҡайғырмай. Уларҙы ошондай хәл арҡаһында заводтың абруйы төшөүе борсой.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter