Өфө районында һауа таҙара

17.05.2016 в 22:28 \\ Обо всем \\ 481
  • Первый рисунок

Өфө районында һауаның сифаты нормаға ҡайта. Был хаҡта республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу Министрлығынан хәбәр итәләр. Ведомство белгестәре Сергеевка ауылында алынған һауа өлгөләрен тикшерҙе. Торлаҡ пунктында көкөрт-водород күләме бер нисә тапҡырға кәмегән, ул нормаға яҡынлаша, тиелгән министрлыҡтың сайтында. Иҫкә төшөрәбеҙ, кисә төндә бында һауаға газ сығыу осрағы теркәлде. Асыҡланыуынса, торба тишелеп, газ ҡатнашмаһы сыҡҡан була. Торба үткәргес ер аҫтында. Әле авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar