Фиҙакәрлек өлгөһө | Новости Башкортостана

Фиҙакәрлек өлгөһө

06.12.2015 в 11:49 \\ Общество \\ 533
  • Первый рисунок

Рухиәтебеҙҙә шундай ҡатындар бар, уларҙың яҙмышы халыҡ, республика йылъяҙмаһынан айырылғыһыҙ. СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ла – ана шундай аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.

... Алты йыл республикабыҙҙың мәғариф министры йөгөн тартҡан һөйкөмлө, күрмәлекле ханым, юғары вазифа биләүҙән туҡтаһа ла, матбуғатта исеме әленән-әле күренеп тора. Бөтә Рәсәй конкурсында Ғәлиә һәм Самат Мөхәмәтйәновтарҙың «Ике студент эссеһы» тигән хеҙмәте 2013 йылда «Иң яҡшы китап» тип табылды. Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм фәнни хеҙмәткәрҙәре араһында иғлан ителгән конкурс Сочи ҡалаһында уҙыуын һәм унда төрлө илдәрҙән абруйлы педагогтар ҡатнашыуын әйткәндә, был еңеүҙең дәрәжәһе күҙ алдығыҙға баҫыр. Уҙған йылда Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың, Бөтөн Рәсәй иң яҡшы фәнни китап бәйгеһендә «Башҡортостан мәғарифы быуаттар араһында» тип аталған тупланмаһы менән ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булыуы ла уның бөгөн дә тынғыһыҙ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй түгелме?! Республика данын Рәсәй кимәлендә яҡлап сыҡҡан ғалимәнең китабы бер тында уҡыла. Ярһыу рух, һиҙгер күңел аша үткәрелеп, йөрәк теле менән яҙылған ул. Йыйынтыҡты уҡығанда ысын мәғәнәһендә илһөйәр, телһөйәр булып танылған шәхестәр, мәғариф тарихында тәрән эҙ ҡалдырған илаһи заттар, йылъяҙманан бер нисек юйып ташлай алмаҫлыҡ мөһим ваҡиғалар бер-бер артлы күҙ алдынан үтә. Педагог һүрәтләүсе генә түгел, Башҡортостанда быуаттар арауығында мәғариф тармағын барлап, уны артабан үҫтереү юлдарын эҙләүсе лә булып сығыш яһай. Маҡсатлы уҡытыу программаларының тормошҡа ашырылыуы, ғалимдарҙың, практиктарҙың эш тәжрибәһе киң яҡтыртылыуы менән әлеге көндә был хеҙмәт – республика мәғарифы, тарихы өсөн баһалап бөткөһөҙ оло бүләк. Архив документтары, киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләр, хеҙмәттәштәренең хәти рәләре китапты берҙәй ҡиммәтле итә...

... Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙына Хоҙай шәхси бәхетте лә мул биргән. Тормош иптәше Самат менән улар иңгә-иң терәшеп бәхетле ғүмер кисерә. Ҡыҙҙары Әнисә менән улдары Ғайсар күптән үҙ аллы тормош көтә, ейән-ейәнсәр менән ҡыуандырған...
Азалия МИРЗАЕВА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
Positive SSL
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter