«Иҙел» тулҡынында – халҡым моңо | Новости Башкортостана

«Иҙел» тулҡынында – халҡым моңо

06.12.2015 в 11:57 \\ Общество \\ 499
  • Первый рисунок

Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың V халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы быйыл да, ғәҙәттәгесә, Өфөлә үтте. Бәйгенең яңғырауыҡлы исемен аҡлап, Рәсәйҙән тыш, Үзбәкстан, Ҡытай, Мексика һәм башҡа төбәктәрҙән дә йырсылар ҡатнашты.

Халҡыбыҙ өсөн изге һүҙ менән аталған фестивалдә ҡатнашыусыларҙан тамашасы, әлбиттә, Иҙелдәй тәрән мәғәнәле, киң тематикалы, моңло һәм матур йырҙар көтә. Шөкөр,уларҙың өмөттәрен тормошҡа ашырып, сәхнәгә күтәрелгән йәш башҡарыусылар был юлы ла залды йөрәктәргә үтеп инерҙәй моң менән тултыр ҙы. Ысынлап та, һәр йырсының да ижады, тауышы ни тиклем генә көслө һәм матур яңғырамаһын, моңло була алмай. Моң ул – халҡыбыҙҙың күңел торошон юғарылыҡҡа һәм киңлеккә ынтылдырған, рух һәм изгелеккә көйләгән үҙенсәлекле бер күренеш. Моң – милләтебеҙҙе тәрбиәләүсе, уйландырыусы, битарафлыҡтан арындырыусы, йәшәүгә ынтылыш биреүсе ҡабатланмаҫ ҡөҙрәт. Фестивалде ойоштороусылар ошо көстө бер йоҙроҡҡа төйнәп, туплап, шифалы тулҡындарын халыҡҡа йүнәлтеп, уның мәнфәғәтендә әйтеп бөткөһөҙ ҙур һәм һиммәтле эш башҡара. Башҡорт һәм татар телле башҡарыусыларҙың «Иҙел» халыҡ-ара фестиваль-бәйгеһе инде биш йыл дауамында Башҡортостандың һәм Татарстандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм Бөтөн донъя татарҙары конгресы ярҙамында уҙғарыла. Проект авторы, Коммерциялы булмаған «Иҙел» фонды директоры Лилиә Әхмәт ҡыҙы Бәҙәмшинаның, фондтың үҫеш буйынса директоры Диана Байтүринаның һәм бәйгене бар итеүҙә өлөш индергән һәммә халыҡтың һалған йөрәк көсө күҙгә ташланып тора, фестиваль йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлдә уҙа.
«Иҙел» тулҡынында – халҡым моңо
«Иҙел» фестивале, әлбиттә, тәү сиратта ике халыҡтың да йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү маҡсатынан да үткәрелә. Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ринат Ибраһимов етәкселегендәге баһалама ағзалары исемлегендә башҡорт һәм татар халҡының иң билдәле йырсылары, сәнғәт белгестәре лә бар ине.
Фестивалдә быйыл, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, егерме биш йырсы ҡатнашты. Сараның биш йыллығын тәбрик итеп, сәхнәлә уҙған йылдарҙағы лауреаттар ҙа сығыш яһаны.
Гөлнара ӘХМӘҘУЛЛИНА.

V халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы еңеүселәре кем икәнен белергә теләһәгеҙ, журналдың 11-се һанын уҡығыҙ.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter