Ике Республика парламенттары бергә эшләй башлай | Новости Башкортостана

Ике Республика парламенттары бергә эшләй башлай

14.05.2016 в 20:46 \\ Общество \\ 496
  • Первый рисунок

Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Татарстан Дәүләт советының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитет рәйесе Рәзил Валеев булды. Ул коллегаһы, Башҡортостан парламентының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова менән осрашты. Унда шулай уҡ Башҡортостан депутаттары Румил Аҙнабаев, Римма Үтәшева, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғатауллин ҡатнашты. Коллегалар закон эшмәкәрлеге буйынса тәжрибә менән уртаҡлашты, инновацион закон проекттары, Дәүләт Думаһына ҡанун тәҡдимдәрен еткереү буйынса берлектәге хеҙмәттәшлек һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса парламент-ара хеҙмәттәшлектең яңы форматтары һәм йүнәлештәре билдәләнде

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter