Илдар Абдразаҡов Роландо Вильясон менән бергәләп яңы альбом яҙҙырҙы | Новости Башкортостана

Илдар Абдразаҡов Роландо Вильясон менән бергәләп яңы альбом яҙҙырҙы

29.08.2017 в 20:35 \\ Культура \\ 407
  • Первый рисунок

Зальцбург ҡалаһында бөтә донъяға билдәле опера йырсылары – Рәсәй басы Илдар Абдразаҡов һәм Мексика теноры Роландо Вильязондың осрашыуы үтте. Матбуғат һәм акредитацияланған ҡунаҡтар өсөн сара «Deutsche Grammophon» брендына яңы «Дуэттар» альбомы сығыр алдынан ойошторолдо. Рәсми рәүештә һатыу 22 сентябргә билдәләнгән.
Йырсының рәсми сәхәфәһендә хәбәр ителеүенсә, яңы CD диск тенор һәм бас-баритон өсөн француз һәм итальян опера дуэттарынан төҙөлгән. Дирижер — Янник Незе-Сеген. Был диск Абдразаҡов өсөн «һары лейблда» дебют яҙма буласаҡ.
Ике опера йырсыларын – Илдар Абдразаҡовты һәм Роландо Вильязонды күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек бәйләй. Тәүге тапҡыр йырсылар бергәләп сәхнәгә 2009 йылда «Лючия ди Ламмермур» Метрополитен Операһы постановкаһында сыҡты.
Яңы альбом менән таныштырыу сараһынан һуң артистар дуэт программаһы менән Европа ҡалалары буйлап ҙур турға сығырға күҙаллай. Маршрут Прага (20 ноябрҙә), Берлин (23 ноябрҙә), Баден-Баден (26 ноябрҙә), Штутгарт (29 ноябрҙә), Мюнхен (3 декабрҙә), Париж (9 декабрҙә) һәм Вена (12 декабрҙә) аша үтәсәк.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter