Ир баһаһы – изгелек | Новости Башкортостана

Ир баһаһы – изгелек

07.12.2015 в 23:29 \\ Общество \\ 573
  • Первый рисунок

Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың шәхесе Сибай, Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, республика кимәлендә лә билдәлеләрҙән һанала. Оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән, һуңғы 16 йыл дауамында БДУ-ның Сибай институтын уңышлы етәкләгән абруйлы уҙамандың исеме лә, эшмәкәрлеге лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, күҙ уңында булыуы ғәжәп тә түгел. Оҫта етәксе, талапсан хужа булып танылған Зиннур Ғөбәйҙулла улы шәхси тормошо, ғаиләһе хаҡында интервьюлар биреүгә күнекмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнгән баҫма булараҡ, беҙҙе, әлбиттә, уның ниндәй ғаилә башлығы, атай, ҡартатай булыуы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Былар хаҡында уның ғәзиз балалары – улы Рөстәм менән ҡыҙы Гүзәл ихлас һөйләне. Ә Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән әңгәмәбеҙ башлыса юғары белем биреү өлкәһенә ҡағылышлы үҙгәрештәргә, быйыл барлыҡҡа килеүенең 25 йыллығын билдәләгән Сибай институтының эшмәкәрлегенә арналды.

...Үҙҙәре ябай эшсе булыуға ҡарамаҫтан, балаларын һәр саҡ белем алырға өндәй өлкән Йәрмөхәмәтовтар. Атаһының кәңәшен тотоп, Зиннур Ғөбәйҙулла улы башта тау техникумын, артабан Магнитогорскиҙа ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлай, заманында данлыҡлы булған Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында хеҙмәт баҫҡыстары үтә. Шул уҡ мәлдә маҡсатлы, үҙ-үҙенә талапсан йәш белгес иҡтисад буйынса икенсе юғары белемгә эйә була. Ир уртаһы – иллелә тигәндә, уға ҡала менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Тап Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән осорҙа Сибайҙың икенсе һулышы асыла, ул башҡорт Урал аръяғы төбәгенең мәҙәни, мәғрифәти баш ҡалаһына әйләнә. Был турала оҙон-оҙаҡ һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡ. Филармония, балалар театры, уҡыу йорттары, башҡорт мәктәбе, яңы предприятиелар асылған, булғандары гөрләп эшләп торған йылдар Сибай йылъяҙмаһына сағыу биттәр булып өҫтәлгән.
«Атайым был уңыштарҙы күрә алманы, үкенескә күрә, иртә мәрхүм булды. Ә әсәйем, оҙон ғүмер кисереп, ябай ғына башҡорт ҡатыны булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ эшем, хәстәрҙәрем хаҡында хәбәрҙар булып, кәрәк саҡта аҡыллы кәңәштәрен биреп ултырҙы. «Хужа булдым тиеп, маһайып китмә, халыҡ менән бергә бул, кешеләрҙең хәленә инергә тырыш», – тигән һүҙҙәре әле лә ҡолағымда сыңлап киткәндәй...» – ти әңгәмәсем ҡәҙерлеләрен оло хөрмәт менән иҫкә алып.

Эйе, ата-әсәһенең аҡыллы кәңәштәрен тотоп, улар биргән фатиханан күңеленә көс-ҡеүәт алып, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүен дауам итә хөрмәтле уҙаман. Шуға күрә лә арҙаҡлы ир азаматының һәр һүҙе ышаныслы, ғорур яңғырай: «Бөгөн мин ҡалалаштарым йөҙөнә тура ҡарай алам, урамда уларҙың ихлас сәләм биреүен, рәхмәт һүҙҙәрен ишетәм икән, тимәк, башҡарылған эштәр, йәшәлгән йылдар – береһе лә бушҡа булмаған...»...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
Positive SSL
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter