ЙҮГЕРЕП БАРЫП ТҮЛӘ!

27.11.2015 в 23:31 \\ Общество \\ 440
  • Первый рисунок

Иртә торһаң – ит бешә, һуңлап торһаң – бит бешә, тип әйтеп ҡалдырған ата-бабаларыбыҙ. Был мәҡәлдең дөрөҫлөгөн хәҙер юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар ҙа беләсәк – 2016 йылдың 1 ғинуарынан водителдәр штраф суммаһының ярты өлөшөн генә түләп тә ҡотола аласаҡ. Эш шунда – киләһе йылдың башынан алып юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы водитель, штраф һалыныу менән тейешле сумманы 20 көн эсендә түләп ҡуйһа, ташлама менән ҡулланасаҡ. Ташлама – 50 процент!
Әлбиттә, ташлама бөтә ҡағиҙә боҙоуҙарға ла ҡағылмай. Теркәлмәгән машинаны тағы ла бер тапҡыр ҡулланып тотолоусылар, руль артына эсеп ултырыусылар, ҡаршы һыҙатҡа сығыусылар ташламаларға өмөт итә алмай. Шулай уҡ юл фажиғәһен булдырып, башҡа кешеләргә зыян килтереүсе водителдәргә лә ташлама юҡ.

Лилиә СИРАЕВА.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar