Йүнсел ҡатын-ҡыҙға – “йәшел ут” | Новости Башкортостана

Йүнсел ҡатын-ҡыҙға – “йәшел ут”

15.08.2017 в 23:14 \\ Общество \\ 408
  • Первый рисунок

Башҡортостан эшҡыуарҙарының 25 проценты ҡатын-ҡыҙҙар. Был турала Өфөлә уҙған ”Бизнеста ҡатын-ҡыҙ ”форумында әйтеп кителде. Нәфис заттар республикала 47 мең предприятие асҡан. Улар туҡланыу урындарының 58 процентын, көнкүреш обьекттарының 28 процентын сафҡа индергән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар етәкләгән бизнес тотошлайы менән социаль йүнәлештә, тип билдәләнде. Форумда эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың проблемалары ла күтәрелде. Ныҡ борсоған мәсьәләләргә улар эш урынына яҡын мәктәп, балалар баҡсалары булмауын, ситтән тороп эшләү мөмкинлеге аҙ булыуын индергән.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter