Яңы йорт туйлаусылар тағы ла артасаҡ | Новости Башкортостана

Яңы йорт туйлаусылар тағы ла артасаҡ

08.10.2017 в 22:36 \\ Экономика \\ 513
  • Первый рисунок

Башҡортостанда иҫке йорттарҙан күсереү программаһы дауам итә. Быйыл ошо йүнәлештә эшләгән федераль проект тамамланды, ә республика программаһы 2018 йыл аҙағынаса иҫәпләнгән. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, киләсәктә 70 мең квадтар метрҙан ашыу иҫке йорт емерелеп яңыһы төҙөләсәк. Федераль программа 2013 йылдан эшләй башланы. Биш йылда республикала 30 меңгә яҡын кеше иҫке йорттарҙан яңыларына күсерелгән. Бының өсөн бюджеттан 16 миллиард һум бүленде. Республика программаһына ярашлы, ике йылда 4 меңдән ашыу кеше яңы йорт туйлаясаҡ. Бының өсөн ҡаҙнанан 2 миллиард һум тотонола.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter