Яңы йылды нисек ҡаршы алырға, нисек кейенергә, нимә бешерергә?

21.12.2015 в 20:54 \\ Общество \\ 772
  • Первый рисунок

2016 йылды ҡаршыларға күп ваҡыт та ҡалманы. Шуға күрә киләһе йыл тағы ла бәхетлерәк, ҡыҙығыраҡ, сағыуыраҡ булһын өсөн Яңы йылды нисек ҡаршы алыу, ниндәй бүләктәр биреү, нисек кейенеү һәм нисек өйҙө биҙәү хаҡында һөйләшмәксебеҙ.
Яңы 2016 йыл көнсығыш календары буйынса - Ҡыҙыл Ут Маймылы йылы. Маймыл финанс яҡтан килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ хәл итеүсән, ул аҡсаны дөрөҫ ҡуллана белә. Көнсығыш календары уларға эштәрҙе үлсәп эшләргә, аҡсаны тәләфләмәй, киреһенсә, йыйып тоторға ҡуша. Шул осраҡта ғына 2016 йылда финанс эштәре алға китәсәк. 2016 йылда аҡса тупланһын өсөн Фэн-шуй белгестәре талир тәңкәне ебәк яулыҡҡа урап салбар йәки пиджак кеҫәһенең һул яғына һалырға кәңәш итәләр.
Яңы йыл костюмдары һәм биҙәүестәре.
2016 Ҡыҙыл Ут Маймылы йылын мотлаҡ тәбиғи туҡымаларҙа (бәрхәт,органза, ебәк, атлас, күн), ҡыҙыл, ҡуйы ал йәки ҡуйы ҡыҙыл, шулай уҡ башҡа (ҡыҙғылт һары, һары, мәрүәт, көрән һәм ерән) төҫтәрҙә ҡаршы алырға кәрәк. Кейемдең күберәк утлы йәки көмөш ялтырауыҡлы төҫтәренә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, сөнки баҙыҡ, сағыу төҫтәр һеҙгә мотлаҡ бәхет һәм уңыш килтерәсәк.
Яңы йыл стиле матурлыҡты һәм күркәмлекте - ҡатын-ҡыҙҙың төҙ аяҡтарын күрһәтеүсе ҡыҫҡа итәкле юбка йәки күлдәктәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Был осраҡта киске оҙон уйымлы ҡыҫҡа, билдән өҫтә торған, асыҡ яурынлы күлдәктәргә иғтибар бирергә кәрәк. Күлдәктәр иғтибар йәлеп иттерһен өсөн муйын, бил, ең тирәләрен тәғәйенле страза һәм мәрйендәр менән нағышларға мөмкин. Яңы 2016 йыл төнөндә кейемдә ялтырауыҡлыҡ һәм үҙенсәлеклек тойомланырға тейеш.
Өҫтәмә рәүештә күлдәк биҙәгәндә үҙенсәлекле дизайн менән күҙгә ташланырҙай аксессуарҙар ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, хайуандар символы һүрәтләнгән брошка, еңелсә шарф, үтә күренмәле еңелсә шифондан тегелгән өҫ кейеме. Тәбиғи таштарҙан булған биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Йөҙөк, беләҙек, муйынсаҡ, һырға кеүек биҙәүестәр гәүһәр, алтын, мәрйен йәки ынйынан булһа, бигерәк яҡшы буласаҡ. Биҙәүестәр һеҙҙең стилдең зиннәтлеген тағы ла нығыраҡ күрһәтер.
Сәсте матур итеп өҫкә йыйып ҡуйыу йәки бөҙрәләтеп төшөрөү нығыраҡ килешер. Сәсегеҙ еңел аҡыллы һәм йыйнаҡһыҙлығығыҙҙы түгел, ә тәбиғи матурлығығыҙҙы һәм нәфислегегеҙҙе сағылдырырға тейеш. Макияжды ниндәй төҫтә булыуына ҡарамаҫтан арт стилендә тәбиғи һәм йыйнаҡ итеп эшләгеҙ. Хушбуйҙың сәскә еҫендәгеһен һайлаһағыҙ яҡшыраҡ булыр. Тырнаҡ төҫөн өҫкө кейем төҫөнә ҡарап буяғыҙ, ә формаһын тәбиғисә ҡалдырығыҙ, сөнки яһалмалыҡ киләһе йылда актуаль түгел.
Ир-егеттәргә классик ҡара йәки алтын төҫөндәге костюм һәм үтекләнгән күлдәк килешәсәк. Бабочка һәм оригинал галстук Маймылды ҡыуандырыр һәм ул һеҙгә Яңы йылда һис һүҙһеҙ яҡшы мөнәсәбәттә булыр. Ир-егеттәргә мотлаҡ ҡырынырға һәм йыйнаҡ итеп сәс алдырырға тура киләсәк.
2016 йыл беҙгә нимә вәғәҙә итә?
Етеп килгән 2016 йыл төрлө килешеүҙәргә, дәүләт боролоштары һәм сәйәсәт ҡарарҙарын сисеүҙә уңышлы буласаҡ, ә көндәлек тормошта мөхәббәт өсөн уңышлы мәл. Был йыл, шулай уҡ мода, музыка һәм сәнғәттең сәскә атыу йылы. Киләһе йылдағы үҙгәрештәр, һәр ваҡыттағыса көтөлмәгәнсә, шулай ҙа Маймылдың иҫәпселеге һәм ныҡышмалығы һәр ваҡыт күҙгә ташланыр, көтөлмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итер. Күрәҙәселәр күҙаллауынса, етеп килгән 2016 йыл күп кешеләр өсөн карьера үҫешендә, хеҙмәттә һәм башҡа эштәрҙәге уңышлыҡтар өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуҙырасаҡ, сөнки “ут” стихияһы үҙенә күрә бер колоссаль йәшәү өсөн мөһим, алға ынтылыусан көскә эйә. Яңы йылда ни теләйһегеҙ шуны бүләк итергә мөмкин, иң мөһиме бүләк туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың күңеленә хуш килергә тейеш. Улар йыл символын сағылдырған футболка, брелок, көрөшкә, магнит, шәм йәки йомшаҡ уйынсыҡ булыуы ихтимал. Тик шулай ҙа мотлаҡ быйылғы йылдың символы булған маймыл статуэткаһын бүләк итергә кәрәк. Бындай талисман йыл дауамында ғаилә ағзаларын ҡара көстәрҙән ҡурсалап торор.
Яңы 2016 йыл байрамына өҫтәлде сервировкалау
Ниндәй генә байрам булмаһын, бигерәктә Яңы йылды мандаринһыҙ, “оливье” салатһыҙ һәм шарапһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ләкин шуны күҙ уңында тотоғоҙ, көнсығыш календарына ярашлы рәүештә һәр йыл ниндәйҙер хайуандың эгида аҫтында тора. Киләһе йыл уңышлы килһен өсөн, яңы йыл төнөндә йыл хужаһына мөмкин тиклем яратҡан тәмлекәстәрен бүләк итергә кәрәк.
Яңы йыл өҫтәленә табын әҙерләү, сервировкалау ғәҙәттән тыш үҙенсәлекле булһын, сөнки маймылдар матур тормошто, тәмле, тәбиғи булған ашамлыҡтарҙы ярата, ә әҙерләнгән ашамлыҡтар үҙҙәренең ғәжәйеп формалары, үҙенсәлекле тәмдәре менән айырылып торорға тейеш. Матур сервировкаланған өҫтәл һәм күңел һалып бешерелгән төрлө ашамлыҡтар - алдағы йылдың бәхет һәм уңыш символы.
Өҫтәлде ҡыйбатлы һәм ҡупшы итеп әҙерләү бик үк мөһим түгел. Иң мөһиме - килгән ҡунаҡтарға күңелле, уңайлы, күркәм мөхит булдырыу. Мәҫәлән, төрлө төҫтәге таҫмалар менән матур итеп салфеткаларҙы һәм өҫтәл приборҙарын биҙәһәгеҙ, ә ҡалған таҫмаларҙан күркәм итеп һоҡландырғыс бантиктар бәйләргә һәм ашъяулыҡҡа төйрәүес (булавка) менән беркетергә генә ҡала. Тәрилкәләр аҫтына көмөш төҫлө фольгалы салфеткаларҙы йәйегеҙ. Хәҙер һайлап алынған төҫтәге шәмдәрҙе урынлаштырырға һәм ошондай биҙәлеш һеҙҙең Яңы йыл табынығыҙға гүзәллек өҫтәр тип ышанырға ғына ҡала.
Яңы йыл өҫтәленә нимә әҙерләргә?
Маймылға ҡылыҡтың тәбиғилеге хас. Шуға күрә майлы һәм майһыҙ закускалар, йәшел тәмләткестәр менән биҙәлгән салаттар байрам йәме булып торор. Байрам өҫтәле төрлө-төрлө ашамлыҡтар - ит, фаршланған йомортҡа йәки балыҡ менән тулы булырға тейеш. Маймылдың десерт яратҡанлығын иҫәпкә алғанда, өҫтәлдә төрлө емеш-еләктәр (бигерәк тә банан), йәшелсә һәм яңы ғына мейестә бешерелгән ашамлыҡтар урын алһа артыҡ булмаҫ. Шулай уҡ яҡшы вино хаҡында ла алдан ҡайғыртып ҡуйығыҙ. Ә ҡаты алкоголь эсемлектәр менән шаярырға ярамай, сөнки маймыл иҫерткес эсемлек менән мауыҡҡандарҙы яратмай.
Астрологтар күҙаллауынса, 2016 йыл бөтә йондоҙнамә вәкилдәре өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм уңышлы буласаҡ. Әлбиттә, уларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын, зирәклеген, булдыҡлылығын, һәм эш һөйөүсәнлеген иҫәпкә алғанда ғына. Шулай итеп, Маймыл һеҙ тырыш булған осраҡта тормошоғоҙҙо тик яҡшы яҡҡа үҙгәртергә вәғәҙә итә.

Таңсулпан Ибрагимова, Гүзәлиә Иҫәнбаева.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar