Йоҡо яҫтыҡ һорамай тиһәләр ҙә... | Новости Башкортостана

Йоҡо яҫтыҡ һорамай тиһәләр ҙә...

28.09.2017 в 21:44 \\ Общество \\ 355
  • Первый рисунок

Рәсәй халҡы йоҡолары туймау арҡаһында мөмкинлектәренең 80 процентына ғына эшләй. НАФИ аналитика үҙәге тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре шундай. Күптәр рәхәтләнеп йоҡлау урынына телевизор ҡарай, компьютерҙа уйнай, социаль селтәрҙәрҙә ултыра, китап уҡый, 30 проценты артыҡ эшләү сәбәпле йоҡлай алмай. Ошоға бәйле, эксперттар эш көнөн ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Улар билдәләүенсә, ҡайһы бер көнбайыш илдәрҙә бындай эксперимент үткәрелгән һәм уңышлы булған. Белгестәр әйтеүенсә, был проблема бигерәк тә төньяҡ дәүләттәр өсөн көнүҙәк. Уларҙа иртән торғанда ҡараңғы, эштән ҡайтҡанда ҡояш байыған була. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин белдереүенсә, XXI быуат технологиялары ярҙамында киләсәктә эш көнө 5-6, ә күп йылдарҙан һуң бөтөнләй 2 сәғәт кенә булыуы мөмкин.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter