Йыһанға ынтылыш | Новости Башкортостана

Йыһанға ынтылыш

04.10.2017 в 21:25 \\ Наука \\ 1704
  • Первый рисунок

Теүәл 60 йыл элек, 1957 йылдың 4 октябрендә Советтар Союзы йыһанға тәүге тапҡыр Ерҙең яһалма юлдашын сығара. Ул ПС-1, йәғни, ябай юлдаш-1 тип атала. 58 сантиметр диаметрҙа 83 килограмм 600 граммлыҡ аппарат Ер орбитаһы тирәләй 1 мең 440 әйләнеш эшләй. Уның танытыу сигналдарын бөтә доньяла булған радио һөйөүселәр тота. "Роскосмос" дәүләт корпорацияһының генераль директоры Игорь Комаров һүҙҙәренсә, Ерҙең яһалма юлдашын осороу - оло ваҡиға, кешелектең йыһан дәүере башлана. Ошо ҙур ваҡиғаға арналған "Салют-7" фильмы донъя күрҙе. Осоусы-космонавтар Владимир Джанибеков һәм Виктор Савин менән уны ил Президенты Владимир Путин ҡарап, кинотаҫмаға ыңғай баһа бирҙе.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter