Күмертау янында май һығыу заводының тәүге өлөшө быйыл июндә сафҡа инә

21.05.2016 в 22:30 \\ Общество \\ 391
  • Первый рисунок

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөлә "Сигма" компанияһы генераль директоры Александр Махров менән осрашты. Башҡортостанда инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Александр Махров әйтеүенсә, Күмертау янында май һығыу заводының тәүге өлөшө быйыл июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Йыл аҙағында иһә заводтың йәнә бер цехын төҙөй башлау планлаштырыла. Проектты иһә тулыһынса 2018 йылда тамамлау күҙаллана. Төҙөлөш өсөн дөйөм инвестициялар суммаһы 6 миллиард һум буласаҡ. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, "Сигма" компанияһының эшмәкәрлеге Башҡортостанда ыңғай баһалана. Күмертауҙағы май һығыу заводы хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте лә кәметәсәк. Башҡортостан да бындай башланғыстарға булышлыҡ итәсәк, тине республика етәксеһе.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar