Кишер ҡиммәтләнә

14.05.2016 в 20:38 \\ Общество \\ 333
  • Первый рисунок

Статистика хеҙмәте майҙың тәүге декадаһында хаҡтар үҫешен иғлан итте. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, иң ҡиммәтләнгәне- кишер. Был йәшелсәгә хаҡ бер аҙна эсендә 3,7 процентҡа артҡан. Ҡарабойҙай менән кәбеҫтә – 2,3, һуған һәм картуф- 2, алма хаҡтары 1, 3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Икмәк һәм ит үҙгәрешһеҙ. Йомортҡа, дөгө ярмаһы саҡ ҡына арзанайған, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. Йыл башынан Республикала инфляция 2,3 процентҡа еткән, апрелдә хаҡтар ярты процентҡа күтәрелгән.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar