Мәңге хәтерҙә | Новости Башкортостана

Мәңге хәтерҙә

09.10.2017 в 21:27 \\ Общество \\ 396
  • Первый рисунок

Өфөлә Волга буйы федераль округы эҙәрмән отрядтарының дүртенсе слеты башланды. Унда 14 төбәктән 350 эҙәрмән ҡатнаша.Был ярыштар ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә, үҙенсәлекле эшмәкәрлек оҫталығына өйрәтә. Татарстан вәкилдәре, башҡа эҙәрмәндәр кеүек үк, ныҡлы әҙерләнеп еңеү яуларға тәүәккәлләп килгән. Слетта ҡатнашыусылар бөгөн башҡаланың Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәйкәленә сәскәләр һалды. Әлеге минуттарҙа Конгресс-Холл бинаһында Волга буйы федераль округы эҙәрмәндәренең яланда эҙләнеүҙәр миҙгеле йомғаҡтары буйынса ҡоролған күргәҙмә-экспозицияһын асыу тантанаһы бара. Слет сиктәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә дәүләт менән йәмәғәтселек хеҙмәттәшлеге тураһында Түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter