Милли парктар туристарға сикләү индерә

25.08.2016 в 23:37 \\ Общество \\ 343
  • Первый рисунок

“Башҡортостан” милли паркы 28 августҡа тиклем һаҡланған билмәгә туристар индереүҙе сикләне. Был хаҡта милли парк етәкселеге хәбәр итә. Сөнки көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы арҡаһында янғын сығыу ҡурҡынысы бермә бер артҡан. Әлегә тиклем Шүлгән-таш, Башҡортостан ҡурсаулыҡтарында, Мораҙым тарлауығы милли паркында ут сығыу осраҡтары теркәлде лә инде. Янғындарҙың күпселеге йәшен атыу арҡаһында сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарына, Нөгөш һәм Ағиҙел йылғаларында ял итеү сикләнелмәй.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar