Нефаз заводы яңы автобус сығарырға йыйына | Новости Башкортостана

Нефаз заводы яңы автобус сығарырға йыйына

06.10.2017 в 21:59 \\ \\ 498
  • Первый рисунок

Ул еңелерәк, йылыраҡ буласаҡ һәм бензинды ла аҙыраҡ ҡуллана. Хәбәрсе. Венер Хөснийәров был цехта 4 ай ғына эшләй. Быйыл яңы линия асылғас бында яңы эш урындары ла барлыҡҡа килгән һәм 55 кеше хеҙмәт урыны менән тәъмин ителгән. Элек Нефтекама заводы автобустар өсөн шассиларҙы Татарстандан һатып ала ине. Хәҙер уларҙы үҙебеҙҙә эшләйҙәр. Был иһә аҡсаны янда ҡалдырырға һәм ваҡытты сарыф итмәҫкә ярҙам итә.Был буласаҡ автобустың нигеҙе. Тиҙҙән, шассиға салон ҡуйыласаҡ, Һуңынан ул ултырғыстар, электр һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Яңы автобустың корпусы тулыһынса быяланан һәм пластиктан эшләнгән. Шуға күрә, уның салоны ҡышын йылыраҡ буласаҡ, тип белдерә белгестәр. Пластик тимергә ҡарағанда еңелерәк икәне барыһына ла билдәле. Был иһә йәмәғәт транспортының етеҙерәк хәрәкәт итеүендә сағыласаҡ. Бынан тыш, автобустың тышы үҙгәргән, хәҙер ул сит илдәрҙекенән бер нимәһе менән дә ҡалышмай. Тиҙҙән был автобус һынау үтәсәк. Мәскәүҙә сертификат алғас ҡына, уны күпләп етештереүгә рөхсәт биреләсәк. Заводта быйыл яңы трал да эшләй башлағандар. Нефтекама заводы үҙенсәлекле тағылма инвентарҙы Татарстан ойошмаһы заказы буйынса эшләгән. 40 тонна ауырлыҡ күтәрерлек арба ҙур техниканы һәм йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Предприятие яңы автобустарҙы һәм прицептарҙы күпләп эшләргә йыйына. Рәсәйгә ҡарата көнбайын санкциялары индерелгәс, беҙҙең машиналарға ихтыяж артты, тиҙән бында. Тиҙҙән, Дондағы Ростов ҡалаһына Нефтекама заводы етештергән 25 автобус оҙатыласаҡ. Бынан тыш, предприятиела иген ташыу өсөн тәғәйенләнгән һәм һыуытҡысы булған тағылма инвентар ҙә эшләргә йыйыналар.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter