Ниндәй ризыҡ бала өҫтәлендә? | Новости Башкортостана

Ниндәй ризыҡ бала өҫтәлендә?

15.09.2017 в 22:20 \\ Дом. Семья \\ 450
  • Первый рисунок

Һуңғы осорҙа балаларҙа ашҡаҙан, бөйән йәрәхәте, үт ҡыуығына таш ултырыу кеүек сирҙәр йыш осрай. 20 – 25 йыл элек ул ауырыуҙар бәләкәстәрҙә булмай торғайны. Был, минеңсә, башлыса балаларҙың ашауы үҙгәреүенә бәйле. Ризыҡтарҙа консерванттар, төрлө өҫтәмәләр, тәмде көсәйтеүсе ҡушымталар бик күп. Тартразин тигән өҫтәмә матур төҫ биргән кекстар, торттар ашап туйғыһыҙ тәмле. Ләкин унан аллергия сығыусан, тын ҡыҫылыуы, хатта ҡурылдай (бронх) астмаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Аҙыҡ-түлеккә эләккән нитраттарҙың зыяны хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Тиҙ ҡапҡылап сыға торған урындарҙағы фастфудтан һуң ҡайһы бер балаларҙың ҡапыл башы әйләнә, күҙ алды ҡараңғылана, бите ҡыҙара – аҙыҡтың татын арттырыусы натрий глутаматын бала организмы күтәрә алмай. Артыҡ ҡыҙҙырылған картуф, майлы ит, төрлө соустар – бөтәһе лә уға ныҡ зарарлы. Шул арҡала матдәләр алмашыныуы боҙолоуын күҙәтәбеҙ. Дөрөҫ туҡланмау һимереүгә, унан бауырҙы май үреүгә, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, артабан шәкәр диабетына килтерә. Бауырҙы май үреү йыш күренешкә әйләнә башланы. Күп балалар яратып эскән кока-кола ғына түгел, газлы һыуҙар ҙа ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен барлыҡҡа килтерә, уларҙағы угле­кислый газ үңәскә ашҡаҙан һутын бәреп сығара. Был эсемлектәрҙе даими ҡулланыу үңәс яман шеше, һулыш ағзалары сирен тыуҙырыуы мөмкин.

Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең «яҡшы туҡланыу өсөн аҡса етмәй» тигәнен ишетергә тура килә. Ғаиләнең табышы ҙур булмаһа ла, дөрөҫ, туҡлыҡлы итеп ашарға мөмкин. Рациондың нигеҙен тәшкил итергә тейешле углеводтар еңел үҙләштерелә торған аҡ күмәстән, шәрбәттән тора икән, файҙа юҡ. Ә бына көрпә, кукуруз ҡушылған икмәк, бигерәк тә сүпрәһеҙ бешкәне, мәҫәлән, «Бородино» икмәге ашҡаҙанды байтаҡ сирҙәрҙән һаҡлар. Емештәрҙең татлыларын, еңел һеңдерелеүсе углеводтар күп булғанын сикләргә кәрәк. Күҙәнәктәргә бай персик, алмаға, брюссель кәбеҫтәһенә, ташҡабаҡҡа, ҡыярға, кишергә өҫтөнлөк бирегеҙ. Йәшел төҫтәге йәшелсәләр алырға тырышығыҙ.

Бала организмы өсөн үтә мөһим аҡһымлы ризыҡтарҙы – ит-һөт аҙыҡтарын да ентекле һайларға кәңәш итәм. Уның ашҡаҙаны өсөн һимеҙ ҡалъяның нисек ауыр икәнлеген һөйләп тороу ҙа артыҡ. Иң яҡшыһы – майһыҙ йылҡы һәм ҡуян ите. Һөт аҙыҡтарының шулай уҡ ныҡ ҡуйы булмағанын ҡарағыҙ. Майлылығы 12 – 24 процент эремсек пасталарына ҡарағанда кальций һәм аҡһымы юғары, майы күп булмаған һөҙмә, шыйыҡ һөт файҙалы. Төбәгебеҙҙә һыуҙа йод етешмәүен иҫәптә тотоп, балаға диңгеҙ балығы ашатырға тырышығыҙ. Татлыҡастарға килгәндә, уларҙы мөмкин тиклем кәметеү зарур.
Беҙ быуаттар буйы халҡыбыҙ ҡулланған ризыҡтарҙы, уйлап та тормайынса, сит илдән килгәндәренә алмаштырабыҙ. Иң беренсе сиратта ҡымыҙҙы билдәләр инем. Һаумал ҡымыҙҙы бала ашҡаҙаны, һыйыр һөтөнән айырмалы рәүештә, еңел үҙләштерә. Ғөмүмән, үҙ еребеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, сөнки организмыбыҙ тап шуларға яраҡлашҡан бит. Пластмасса кеүек ялтырап торған сит ил алмаларын түгел, үҙебеҙҙекеләрен ашатырға кәрәк. Баҡсала үҫкән ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, гөлйемеш төнәтмәһе лә – әйтеп бөткөһөҙ бай витаминдар сығанағы. Бала организмын тәбиғи витаминдар менән нығытығыҙ, дарыуханалағын табип ҡушыуы буйынса ғына алырға кәрәк.

Ҡайһы бер үҫмерҙәр һемерергә яратҡан һыра хаҡында ла әйтеп үткем килә. Һыра бауыр күҙәнәктәренә, үҙәк нервы системаһына емергес йоғонто яһай, уға тиҙ күнегеү барлыҡҡа килә. Витамин да, май ҙа, аҡһым да булмаған был эсемлек, етмәһә, юғары калориялы, тимәк, һимереүгә килтерә. Ауыҙҙарынан әсә һөтө лә кипмәгән үҫмерҙәрҙең һыра алкоголиктарына әйләнгән осраҡтары аҙ түгел. Уларға алкоголе аҙ эсемлектәрҙең дә организмды ҡыйратыуын аңлатығыҙ.

Уҡыу йылы башланыр алдынан ата-әсәләргә: «Баланың һаулығы, үҫеше, кәйефе, мәктәптә нисек уҡыуы уның дөрөҫ туҡланыуын ойоштороуға ныҡ бәйле булыуын онотмағыҙ», – тип мөрәжәғәт итәм.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter