Олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы сафтары киңәйә

05.08.2016 в 12:01 \\ Спорт \\ 378
  • Первый рисунок

Халыҡ-ара Олимпия комитеты һәм Спорт арбитраж суды араһында бәхәс ҡуба. Уның сәбәбе – Рәсәй атлеттары. Спорт арбитраж суды беҙҙең ишкәкселәр Анастасия Карабельщикова һәм Иван Подшиваловҡа Олимпиадала сығыш яһарға рөхсәт итте. Ә Халыҡ-ара Олимпия комитеты уларҙы Уйындарҙан ситләткәйне. Судтан аңлатыуҙарынса, устав буйынса спортсы бер үк ғәйеп өсөн ике тапҡыр яза алырға тейеш түгел. Беҙҙең спортсылар допинг ҡулланыуҙары өсөн быға тиклем тейешле яза алғайны. Шуға уларҙы тағы ла ғәйепләргә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Шулай итеп, Спорт арбитраж суды тарихта бығаса булмаған ҡарар сығарҙы. Ошонан үрнәк алып Рәсәйҙән башҡа спортсылар ҙа Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуҡына эйә була. Мәҫәлән, йөҙөүселәр Юлия Ефимова, Владимир Морозов һәм Никита Лобинцев Рио-де-Жанейрола ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ. Улар ҙа тыйылған препараттар ҡулланып үҙ ваҡытында язаһын алды.
Әйткәндәй, Олимпиадала ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһы тағы ла артты. Уйындарҙа беҙҙең илдән 272 спортсы сығыш яһай, тип белдерәләр Рәсәй Олимпия комитетынан. Турнирҙа 389 атлет ҡатнашырға тейеш ине. Әммә допинг арҡаһында ғауға сәбәпле, еңел һәм ауыр атлеттар, башҡа спортсыларға Олимпиадала сығыш яһарға рөхсәт ителмәне. Уйындар бөгөн рәсми асыла. Әммә беҙҙең ваҡыт буйынса тантана 6 августа таңғы дүрттә башлана.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar