Осрашырбыҙ һабантуйында

13.06.2016 в 19:35 \\ Общество \\ 428
  • Первый рисунок

Башҡортостанда яңғыҙҙар һабантуйҙа осраша. Әбйәлил районы Тирмән ауылы янында 18 июндә тәбиғәт ҡосағында үҙ йәрен табырға теләүселәр өсөн күңел асыу сараһы уҙғарыла. Яңғыҙҙар һабантуйын “Аулаҡ өй” хәрәкәте вәкилдәре ойоштора. Проект етәксеһе Айгөл Ниғмәтуллина әйтеүенсә, һабантуйға барлыҡ республиканан кешеләр йыйыла. Сарала спиртлы эсемлектәр булмай, ҡунаҡтар милли ризыҡтар менән һыйланасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн - 8-965-93-97-200 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar