ПРОТИВОСТОЯНИЕ. Все Начинается? СБМ vs Палагина

17.02.2010 в 02:30 \\ Культура \\ 2571
  • Первый рисунок

С начало обыск дома у Артура Идельбаева во время его служебной командировки в Москву, рассказывает очевидец, мама Артура.. - Гульфия Юнусова
 

Минең булмышым менән сәйәсәт араһында һис уртаҡлыҡ юҡ һымаҡ. Шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙ, балаларым, тип өҙөлөп ғүмер кисереүсе ябай әсә, өләсәймен. Ни хикмәт менәндер, сәйәсәт үҙе тормошома килә лә инә, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә ылыҡтыра. Ошо йәмғиәттең бер ағзаһы, тыуған еребеҙҙең тере күҙәнәге булып йәшәгәс, илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ яҙмышына битараф ҡалыу мөмкин түгел шул.

1990–1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы ағзаһы булараҡ, Милләттәр Палатаһында Федератив килешеү проектын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашып, аҙаҡ илдең исемен парламент "Рәсәй” тип ҡабул иткәндән һуң "Рәсәй Федерацияһы” тип үҙгәртеүгә инициатор булып сығыш яһап, съездың артабанғы эшен ваҡытлыса туҡтатып, ике-өс көн буйына күмәкләп фекер алышҡас, 23-сө тауыш биреүҙә генә теләгебеҙгә өлгәшә алдыҡ. Был хаҡта мин киләһе һандарҙың береһендә ентекләберәк туҡталырмын әле. Был сығышты ҡайһы бер көстәр кисерә алманы: көнө-төнө янауҙар башланды. "Тағы ла трибунаға сығып, беҙҙең сәйәсәткә аяҡ салһаң, депутаттар йәшәгән "Рәсәй” ҡунаҡханаһының 5-се ҡатынан ырғытасаҡбыҙ”, тип ҡурҡытһалар ҙа, артыҡ иғтибар итмәнем. Бындай эшкә ҡулдары бармаҫ, тип уйланым. Хатта ил Президентына Конституция буйынса былай ҙа баштан ашҡан хоҡуҡтарына ҡушып, барлыҡ көс структураларын үҙенә генә буйһондороу кеүек өҫтәмә вәкәләттәр биреүгә ҡырҡа ҡаршы сыҡҡандан һуң, Өфөгә ҡайтыр өсөн "Домодедово” аэропортына китеп барғанда ойошторолған автоһәләкәт ваҡиғаһы ла артыҡ шөрләтмәне, йәшлек һәм тәжрибәһеҙлек тә ярҙам иткәндер, бәлки.

Халыҡ, үҙенең вәкилдәре итеп һайлап ебәргән депутаттар эшләгән Аҡ йорт утҡа тотолғас, ошолай ҙа булыуы мөмкин икән, тип тәүге тапҡыр тетрәндем.

Ул замандар артта ҡалды тип ышана инем әлегә ҡәҙәр, сөнки был ваҡиғаларҙы тиҙерәк оноторға иҫкә төшөрөп, халыҡты ығы-зығы килтермәҫкә "ныҡлап” кәңәш иттеләр. Юғары Советтағы һәм уның яҡлаусыларын еңгән "демократияның” һәйбәт яҡтары ла барлығына ышанырға күндерҙеләр, ләкин күрәһеләр алда булған икән әле. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, тағы ла депутат булып киттем. Был юлы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһында эшләргә тура килде. Йөрәккә ҡан һауҙыра-һауҙыра беҙҙән алдағы коллегаларыбыҙ республика суверенитеты мөмкинлектәрен файҙаланып сығарған закондарҙы берәм-берәм Рәсәй закондары менән тигеҙләнек. Хатта Конституциябыҙҙағы "суверенитет” тигән һүҙҙе лә һыҙып ташларға мәжбүр булдыҡ.

"Юҡ, ҡатнашмаясаҡмын башҡаса сәйәсәттә!” тигән һүҙҙәремә тоғро ҡалып, ултырып иларҙай ваҡыттарымда ла, һыҡрандым, әммә өндәшмәнем.

Бәлки, башҡа милләттәштәребеҙ ҙә шулай түҙәлер, шуға ла өндәшмәйҙәрҙер. Был арала беҙ сабырлыҡ күрһәткән һайын нығыраҡ ҡотора торған көстәр барлыҡҡа килде. Хатта тамырҙарыбыҙға балта саба башланылар: милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың, арҙаҡлы шәхесебеҙ Зәки Вәлидиҙең исемдәрен бысраҡҡа күмеп, юҡҡа сығарырға маташа хәҙер улар.

Ә инде илебеҙҙең иң абруйлы сәйәсмәне, республика башлығы М.Ғ. Рәхимовҡа, Хөкүмәт етәкселәренә ҡара яғыуҙарға өйрәнеп тә барабыҙ шикелле. Әшәкелеккә, ғәҙелһеҙлеккә күнергә, түҙергә ярамағанын беләбеҙ ҙә бит, әллә вайымһыҙлыҡ, әллә был хәлдәрҙе шулай тейештер инде, тип ҡабул итеү ҡулдан тота. Әммә бындай халәтебеҙ тотҡан юлыбыҙҙан ситкә тайпылырға, рухи һәм матди ҡаҙаныштарыбыҙҙы юғалтырға булышлыҡ итергә мөмкин. Уҙған аҙнала республикабыҙҙа булған хәлдәргә әҙәм ышанмаҫлыҡ, сәстәр үрә торорлоҡ бит!

Уҙған быуаттың 37-се йылдар репрессиялары кире ҡайта шикелле, йәмәғәт. Ул ҡот осҡос рәүештә беҙҙең ғаиләгә лә килеп инмәһә, бәлки, был һүҙҙәрҙе яҙмаҫ та инем, сөнки был хәл хатта мине, ысын мәғәнәһендә утты, һыуҙы һәм еҙ торбаларҙы үткән элекке сәйәсмәнде лә, аяҡтан йыҡты, ауырыуға һабыштырҙы. Өс бала әсәһе булған киленемде, ейән-ейәнсәрҙәремде "шок” хәленә килтерҙе.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡта начальник урынбаҫары булып эшләүсе улым Артур Иҙелбаев Мәскәүгә командировкаға киткәйне. Миңә киленем илап шылтырата: "Фатирыбыҙға 5-6 әзмәүерҙәй ир инергә маташа, ишекте тибәләр, емерәләр, - ти. - Заложник итеп алырҙармы, үлтерергә итәләрме икән?”

- Хәҙер киләм, участковый саҡыр!

- Саҡырҙым. Былары уны подъезға индермәгән.

"Милицияны ла һанға һуҡмаған ул ниндәй бандиттар икән?” тип аптыраным. Такси тотоп, йәнем сығырҙай булып, көскә барып еттем. Йорт алдында әллә нисә иномарка. Улар янында ҡәҙимге кейемдә таҙа кәүҙәле 5-6 ир-ат сыуала. Улар мине танымай, мин - уларҙы. Тиҙ генә өйгә инеп киттем. Ишек емерек, теге "бандиттар” өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп, тентеү үткәрә. Киленем тора араларында ап-аҡ булып, һыны ҡатып.

- Мин йорт хужаһының әсәһе, нимә булды? Ниңә ҡурҡытаһығыҙ өйҙә яңғыҙ ҡалған ҡатынды? - тим.

- Если будешь возникать, мы тебя быстро выпроводим! - тип екерә береһе. - Мы делаем обыск, у нас есть разрешение, - тип миңә ҡағыҙ һона.

Тентеү өсөн рөхсәт ҡағыҙын быға тиклем күргәнем дә, уның дөрөҫлөгөн тикшерер хәлем дә юҡ. Киленемдең йәшле күҙҙәрен, инәлеүле ҡарашын күреп, ҡағыҙҙарын кире һонам.

- Ниңә һеҙ хужа өйҙә юҡта киләһегеҙ? Ундай хоҡуғығыҙ бармы ни?

- Бар. Беҙгә хужабикәнең булыуы ла етә.

- Уның эштә түгел икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

- Догадывались...

Иҙәндә, өҫтәлдә, карауаттарҙа балалар уйынсыҡтары, китап-дәфтәрҙәр, фотолар, мендәр-юрғандар, кейем-һалымдар тулып ята... "Балалар ғына ҡайтып инмәһә ярар ине” тип теләйем, ҡурҡып иҫтәре китер.

- Нимә эҙләйһегеҙ һуң һеҙ?

- Нимә кәрәк, шуны эҙләйбеҙ, флешка, мәҫәлән.

- Таптығыҙмы һуң?

- Юҡ.

Бына улар балалар бүлмәһенән бер тартма күтәреп сығып китте. ХI класта уҡыған ейәнемдең аудио-видеотаҫмалары ла бар ине унда. Мин килгәнсе үк компьютерҙан ниҙер тартып сығарғандар. Мәкерле көлөп, шуны ла һалдылар тартмаларына.

- Нимә ул?

- Порно таптыҡ.

"11, 17 йәшлек балалар менән бергә атай-әсәй ҙә ҡулланған берҙән-бер компьютерҙа бындай нәмәләрҙең булыуы мөмкинме?” тигән шик тағы ла һорау бирергә мәжбүр итә. Һорауым бер ҡатлы:

- Үҙегеҙ һалманығыҙмы икән?

- Һалыр булһаҡ, наркотиктар ташлар инек...

- Наркотиктар - бында слишком банально, - тигән булам сараһыҙлыҡтан асырғанып. Намыҫ, хаҡлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү был осраҡта урынһыҙ. Закон-маҙар, шәхси хоҡуҡ мәсьәләләренә төкөрөп тә бирмәй улар. Шулай булмаһа, этлекле эштәрен атҡарыу өсөн үҙ пүнәтәйҙәре менән киләме лә закон буйынса тейешле адвокат ярҙамынан мәхрүм итәме ни кешене ысынлап та дөрөҫлөк табырға теләгән хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре.

Ә инде өйҙә яңғыҙ ҡалған йәш ҡатындан ишек астырыу өсөн боевиктар батальонын юҡ итергә йыйынған һымаҡ 12–15 әзмәүерҙең "штурмлауы” бик тә кәрәк инеме икән ни? Башҡа эштәре юҡмы икән ни уларҙың?!

Бер аҙҙан аяғыбыҙҙа көскә баҫып тороуыбыҙға ҡарамай, беҙҙе машиналарына ултыртып, аэропортҡа алып киттеләр, йәнәһе лә Артурҙың Мәскәүгә киткәндә ҡалдырып торған машинаһын астырып, тентеүҙе дөрөҫ үткәреүҙәрен ҡарап тороу өсөн. Үҙен тәфтишсе тип таныштырған, өйҙә саҡта мине ҡыуып сығарыу менән янаған егет менән тағы ла һөйләшеп киттем.

- Әсәйең дә барҙыр бит, улым, - тим, - ул да ҡайғыралыр инде һинең өсөн, эшегеҙ бигерәк тә тынғыһыҙ бит?

- Әсәйем бар, - ти ул көрһөнөп. - Нишләйһең, приказ үтәйем бит мин - эшем шундай. Ә һеҙгә ихлас күңелдән кәңәш итәм: улығыҙ ҡәҙерле булһа, ышандырығыҙ, башҡаса сәйәсәт менән шөғөлләнмәһен!

- Һуң уның да, хөкүмәт чиновнигы булараҡ, эше тап сәйәсәт менән бәйләнгән дә баһа...

Тәфтишсе башҡаса өндәшмәне.

...Беҙҙә генә булғандыр бындай хәл. Яңылышлыҡ менәндер, оҙаҡламай асыҡланыр ҙа ғәфү үтенерҙәр, тип өмөтләнәм. Юҡ икән шул, ошондай уҡ баҫып инеп тентеүҙәр, әйберҙәрҙе алып сығып китеүҙәр башҡа урындарҙа ла үткәрелгән булып сыҡты. Аҙаҡ асыҡланыуынса был "бөйөк” эштәрҙең башында йыл ярым элек Башҡортостанға эшкә килгән ФСБ генерал-майоры Виктор Палагин һәм ул етәкләгән хеҙмәткәрҙәр тора икән. Ил именлегенә янаған ниндәй енәйәт эштәре башҡарған һуң үрҙә һанап кителгән ойошмалар һәм шәхестәр?! Аңлап тораһығыҙҙыр: элек революция еңһен өсөн Ленин өйрәткәнсә иң тәүҙә вокзал, почта, телеграф ҡулға төшөрөлөргә тейеш булһа, хәҙер халыҡтың рухын һындырыу өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт, матбуғат, мәғариф тармаҡтарынан енәйәт эҙләгән булып, уларҙың абруйын төшөрөү, хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытыу, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен бысратып, уларға ҡарата нәфрәт уятыу бөгөн халҡым, илем тип янып йәшәгән иң әүҙем ир-уҙамандарыбыҙҙан үс алыу маҡсатына уларҙы мир алдында рисуай итеп, юҡҡа сығарыу - был мәкерле эштәрҙең маҡсаты. Күреп, ишетеп торабыҙ: һуңғы осорҙа республикабыҙҙың милли ойошмалары һәм уларҙың вәкилдәре, ниндәй генә изгелекле эштәр башҡармаһын, тупаҫ рәүештә баҫым яһауҙарға һәм эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Башҡорт йәштәре йыйынында ҡатнашыусы йәки Рәсәй берҙәмлеге, Башҡортостан сәйәсәтен яҡлап санкцияланған митингыларҙа ҡатнашыусы йәштәр уҡыуҙан, эштән ҡыуылыу һәм башҡа ҡурҡытылыуҙарға дусар ителә. Һәм былар бөтәһе лә бер маҡсатлы: Президентыбыҙ һәм Хөкүмәтебеҙ етәкселәре өҫтөнә сүп өйөү, ялған бәләләр яғыу, уларҙы юлдан алып ташлауға йүнәлтелгән.

Иң тотороҡло, һөҙөмтәле эшләп килгән йәмәғәт ойошмаларынан Башҡорт йәштәре иттифағы айырым урын алып тора. Был ойошма 20 йыллап элек беҙҙең өйҙә барлыҡҡа килде. Уны ойоштороусыларҙың береһе минең улым Артур Иҙелбаев һәм уның дуҫы Данир Ғәйнуллин булараҡ, идара ултырыштары ла беҙҙә уҙғарылды. Уларҙың уй-пландарын ишетеп-күреп йөрөгәс: "Аллаға шөкөр, Башҡортостанда ниндәй илһөйәр, ҡыйыу егеттәр үҫеп килә”, - тип берсә шатланһам, алдарында ниндәй кәртәләр торасағын уйлап, хәүефләнә лә инем. Башҡорт йәштәре йыйыны, халыҡ-ара "Урал моңо” фестивале, "Һылыуҡай” конкурсы, "Йәшлек-шоу”, "Наза” спорт ярыштары һәм башҡа йәштәрҙе бергә туплаусы сараларҙың инициаторҙары ла, ойоштороусылары ла, продюсерҙары ла, хатта бағыусылары ла улар үҙҙәре булды. Республика йәштәрен баҙар иҡтисады шарттарында үҙҙәренә юл ярырға, төрлө уҡыу йорттарына инеп, уҡып сығырға, һәр саҡ әҙәпкә, ғәҙеллеккә саҡырыусы мосолман диненә ылығырға әйҙәнеләр, үҙ ереңдә хужа булып йәшәү психологияһын алға һөрҙөләр, төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивалдәрендә лә башҡорт йәштәре әүҙем ҡатнашты. Ә күпме милли музыкаль ансамблдәргә, йырсыларға сәнғәт донъяһына юл асырға ярҙам итте улар!

Эйе, Башҡорт йәштәре иттифағы хаҡында бара ине һүҙем. 20 йыл эсендә ысын-ысындан шаҡтай тәжрибә туплаған, Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә, бигерәк тә төрки донъяһында бары тик ыңғай яҡтан киң билдәлелек яулаған көслө, абруйлы йәмәғәт ойошмаһына әүерелде ул. Әлбиттә, үкенестәр ҙә, араларында хыянатсылар ҙа булды. Был йылдар эсендә иттифаҡты үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға тырышыусыларҙан да ҡотола барҙы ул.

Башҡорт йәштәре иттифағын ойоштороусылар һәм хәҙер инде уның ветерандарына әүерелгән Артур Иҙелбаев менән Данир Ғәйнуллин - әле лә ойошманың иң төп кәңәшселәре һәм ярҙамсылары. Иттифаҡтың әүҙем эшләүе йәштәребеҙҙең, тимәк, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәгенә, Рәсәйҙең берҙәмлегенә ыңғай йоғонто яһай. Быны нисек ғәфү итһен инде ҡара көстәр?

Бына шундай хәлдәр. Беҙгә ситтән килтерелеп үрләтелгән көс структуралары етәкселәре тарафынан Башҡортостанда сәйәси репрессия бара, тип уйлайым мин. Тағы ла ниҙәр күрербеҙ? Йәшерәк саҡта яҙылып, хәҙер инде онотолоп бөткән шиғыр юлдарым яңынан иҫкә төштө.

Ваҡлыҡтарҙы "ваҡ” тип ваҡланмайбыҙ,

Тырышабыҙ хатта күрмәҫкә.

Һәр нәмәгә үҙ баһаһы тейеш,

Ваҡлыҡтарға кәрәк түҙмәҫкә.

Ябай микроб, әгәр юл ҡуйылһа,

Ҡот осҡос шеш булып осонор,

Атом - ваҡтың вағы, ғәмһеҙ булһаң,

Бар донъяны күккә осорор.

Ваҡлыҡтарға кәрәк түҙмәҫкә!

Ысынлап та, бәлки, Конституциябыҙ гаранты булған, 20 йыл буйы Башҡортостандың үҫеше, уның лайыҡлы йәшәйеше өсөн ғүмерен арнаған Президентыбыҙҙы, Хөкүмәтебеҙ етәкселәрен, тарихи шәхестәребеҙҙе бөгөнгө аҫыл ир-егеттәребеҙҙе бысраҡ матбуғат һәм "Уфагубъ” кеүек милләтсе шовинистик сайттар аша көнө-төнө мыҫҡыллауҙар, яла яғыуҙар менән дөмбәҫләүҙәренә битараф булып, күнеп, уларҙы үҙебеҙсә "ваҡ-төйәккә” иҫәпләп йәшәү һөҙөмтәһелер әлеге хәлдәр. Бәлки, ғәҙеллекте яҡлап, характер күрһәтеп, үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә лә ваҡыттыр. Ут менән уйнамағыҙ, беҙҙән дошман яһамағыҙ, әфәнделәр! Ҡатыраҡ та өндәшергә мөмкин, яндарына барып, экстремизм юҡ ерҙә, уны эҙләп тапмағас, үҙҙәре ойоштороп йөрөүселәрҙең күҙҙәренә тура ҡарап. Мин юҡҡа ғына һүҙ башына "Аҡ йорт”то штрумлау хаҡында иҫкә төшөрмәнем. Алдан күпме ҡурҡытһалар ҙа, ундай хәл булырына бер кем дә ышанмағайны.

Фатирҙарыбыҙҙы, эш урындарыбыҙҙы штурмлап, баҫып инә башланылар бит инде. Республикабыҙҙа иғлан ителгән Республика йылында, йәй көнө үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, бынан һуң да "ләм-мим” булһаҡ, артабан нимә көтөргә ҡала һуң?!



Гөлфиә ИҘЕЛБАЕВА-ЮНЫСОВА,

яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, БР һәм РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,

Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

http://bashgazet.ru/bash/brubrik/sayasat/16164.html

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar