Рәсәй көнөндә Бәләбәй йәштәре Республика башлығы ҡулынан паспорттар алды | Новости Башкортостана

Рәсәй көнөндә Бәләбәй йәштәре Республика башлығы ҡулынан паспорттар алды

12.06.2016 в 23:51 \\ Общество \\ 530
  • Первый рисунок

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй көнөндә Бәләбәй районы йәштәренә паспорттар тапшырҙы. "Бөгөн дәүләтебеҙҙең төп байрамы - Рәсәй көнө. Беҙ донъялағы иң ҙур илебеҙ, уның бөйөк тарихы, мәҙәниәте менән ғорурланабыҙ. Ватаныбыҙ өсөн хеҙмәт итәбеҙ һәм бөтә ауырлыҡтарҙы үтәсәкбеҙ. Еңел түгел икәнлеге барыһына ла мәғлүм, проблемалар бар, әммә улар йәмғиәттең үҙгәрә барыуына бәйле. Күптәр совет осоронда тыуған, әле иһә баҙар иҡтисады хөкөм һөрә. Иҡтисадты үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, ул тиҙ генә эшләнмәй. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Айырыуса, йәштәргә рәхмәтлемен, улар - илдең киләсәге", - тине Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, йәштәргә паспорттар тапшырыу тантанаһында.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter