Рөстәм Хәмитовҡа- 63 йәш | Новости Башкортостана

Рөстәм Хәмитовҡа- 63 йәш

18.08.2017 в 18:49 \\ Общество \\ 267
  • Первый рисунок

Бөгөн Башҡортостан башлығы тыуған көнөн билдәләй. Рөстәм Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһендә донъяға килә, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлай, һуң төрлө йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә, Өфө авиация институтында эшләй. 1990 йылда Башҡортостан Юғары советына депутат итеп һайлана, экология, тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файһҙаланыу буйынса комиссияны етәкләй. Рөстәм Зәки улы тирә-яҡ мөхит, тәбиғәттән файҙаланыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү министры ла булды. Артабан ул Рәсәй президентының Волга буйы федераль округында Башҡортостан буйынса баш федераль инеспектор, вәкил урынбаҫары булды, Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар министрлығында яуаплы вазифа биләне, Һыу ресурстары федераль агентлығын етәкләне, Русгидро етәксеһе урынбаҫары булды. 2010 йылдың 19 июленән Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән етәкселек итә. 2014 йылда ул икенсе мөҙҙәткә һайланды.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter