Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Кузнецов затоны» биҫтәһендә булды | Новости Башкортостана

Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Кузнецов затоны» биҫтәһендә булды

29.08.2017 в 20:28 \\ Общество \\ 294
  • Первый рисунок

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Киров районында төҙөлә башлаған «Кузнецов затоны» биҫтәһендә булды.

Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры Григорий Невоструев һүҙҙәренсә, биҫтәлә бөтәһе дөйөм майҙаны 62 мең квадрат метрлыҡ 1 320 фатир ҡаралған. Биләмәнең төп үҙенсәлеге шунда: бында төрлө программалар буйынса социаль йорт ҡына һалына, шул иҫәптән авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандар күсерелә. Бында торлаҡ һаҡламы программаһында ҡатнашыусылар, йәш һәм күп балалы ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хатта алданған өлөшсөләр ҙә фатир һатып ала. Эске биҙәү эштәре башҡарылған торлаҡтың бер квадрат метры 37 200 һум тәшкил итә.

Республика етәксеһе фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы, төҙөүсе ойошманың вәкилдәре менән биләмәне төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, транспорт мәсьәләләрен тикшерҙе. Григорий Невоструев һәр ихатала автомобилдәр туҡталҡаһы, балалар өсөн уйын, спорт һәм хужалыҡ майҙансыҡтары, шулай уҡ ағастар ҡаралғанлығын билдәләне. Беренсе ҡаттарҙа йәмәғәт һәм административ тәғәйенләнештәге биналар урынлашасаҡ. Балалар баҡсаһы һәм магазиндар эргәлә генә буласаҡ.

2013-2017 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу барышында майҙаны 448 мең квадрат метрлыҡ 389 күп фатирлы йорт төҙөлгән. Ошо йорттарға 1000-дән ашыу авариялы йорттан 28 меңдән күберәк кеше күсерелә. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 14,3 миллиард һум тәшкил итә. Бөгөнгә барлыҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылған. Халыҡты күсереү бара.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаларҙа Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар 25 объектты сафҡа индергән. 2015-2018 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһы сиктәрендә Яңауылда, Мәләүездә һәм Иглин районында өс күп фатирлы йорт һалына башлаған.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter