Рөстәм Хәмитов һәләтле уҡыусыларҙың стипендияһын ике тапҡырға арттырҙы | Новости Башкортостана

Рөстәм Хәмитов һәләтле уҡыусыларҙың стипендияһын ике тапҡырға арттырҙы

01.08.2017 в 23:43 \\ Экономика \\ 138
  • Первый рисунок

Рөстәм Хәмитов һәләтле уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһы күләмен ике тапҡырға арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер ул 700 һум тәшкил итәсәк.

2017 йылда стипендияны дөйөм белем биреү ойошмаларынан һәм сәнғәт, физик культура, спорт өлкәһендә профессионал алды программаларҙы тормошҡа ашырыусы өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан 100 уҡыусы аласаҡ.

Бындай сара уҡыуҙа, спортта һәм ижади эшмкәрлектә уңышҡа ирешкән һәләтле балаларҙы асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Был үҙ сиратында уҡыусыларҙың киләсәктә яҡшы уҡыуына һәм яңы үрҙәр яулауына булышлыҡ итәсәк.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter