Республиканы бергәләп күтәрәйек | Новости Башкортостана

Республиканы бергәләп күтәрәйек

27.11.2015 в 23:26 \\ Общество \\ 977
  • Первый рисунок

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов асҡан пленар ултырышта халыҡты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
– Был көндө беҙ көтөп алдыҡ. Беҙҙең фекер алышыр мәсьәләләр күп. Туған тел, рухи хазина, башҡорт милләтенең бөгөнгө көнкүреше, тормошо һәм башҡалар. Беҙҙе борсоған төп мәсьәлә – Башҡор­тос­танды үҫтереү, көслө республика булараҡ танытыу, күтәреү, – тип башланы ул һүҙен. Рөстәм Зәки улы тарих, республикабыҙҙың тәбиғи байлығы, егәрле халҡы тураһында бер аҙ һөйләп, киләһе көндәргә бурыстар хаҡында ла телгә алды:
– Беҙҙең эшләйһе эштәр күп әле. Төрлө яҡлап үҫергә кәрәк. Иң беренсе бурысыбыҙ – яңы эш урындары асыу, белем, медицина, фән өлкәһендә үҫешкә өлгәшеү. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү сифатын бөтә яҡлап күтәрергә тырышырға кәрәк. Туған телде, мәҙәниәтте һаҡларға. Йәштәрҙе дөрөҫ өйрәтеү, республикабыҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү мөһим. Йәштәр дөрөҫ юлда булһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтергә тейешбеҙ.
Милли һәм дини радикализмға ҡаршы тороу власть, традицион конфессиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының да берлектәге эше булырға тейеш. Башҡортостан һәр саҡ тыныслыҡ, татыулыҡ, төрлө милләт һәм дин кешеләренең килешеп йәшәү урыны булды һәм булып ҡаласаҡ.

“Башкирия түгел, ә Башҡортостан”

Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың да сығышы күңелгә үтеп инерлек булды.
– Маҡсатыбыҙ бер: халҡыбыҙҙы тергеҙеү, берләштереү, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйыу. Башҡорт халҡының тарихында йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек бер генә тап та юҡ. Киреһенсә, башҡорттар үҙенең ижадсы, Уралын яратыусы, илгә дошман килгәндә үҙен яугир итеп танытыусы, тоғро дуҫ була белеүсе халыҡ икәнен раҫлай. Башҡорттар һәр халыҡ менән дә татыу йәшәүгә һәләтле.
Бөгөн донъя бик тиҙ үҙгәрә. Ошо мәлдә иң мөһиме – глобалләшеү үҫеше шарттарында башҡорттарҙың мәҙәни үҙенсәлеген яҡлау, башҡорт телен һаҡлау, бөтөн халыҡтың һәм арҙаҡлы эшмәкәрҙәребеҙҙең тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеү, йәштәрҙә рухи-әхлаҡи сифаттар, илһөйәрлек тәрбиәләү, уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү, – тине ул.
Әлбиттә, хәл ителеше ҡоролтай булышлығын талап иткән проблемалар етерлек. Уңыш-ҡаҙаныштар менән бер рәттән, борсолорлоҡ мәсьәләләр ҙә күп. Бөгөн беҙ оптималләштереү, йәғни ҡулайлаштырыу тигән һүҙҙән тертләп китәбеҙ. Был процесс күптәрҙең ауыртҡан еренә тейә. Мәҫәлән, мәғариф тармағына ҡағылышлыһы. Румил Аҙнабаев белдереүенсә, оптималләштереү мәлендә борондан ҙур булмаған башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙе ябыуға тотоноп киттеләр. Мәктәп булмауы ауылдың фажиғәһенә тиң. Ни өсөн тигәндә, мәктәп юҡ икән, тимәк, йәш ғаилә лә бында тормаясаҡ. Балаһына уҡыу шарттары тыуҙырылмаған ерҙә ниңә йәшәһен улар? Бөтәһе лә ул-ҡыҙҙарын ҡалалағы интернат-гимназияларға ебәрә алмай бит.
Йәнә шул: бөгөн беҙҙең алға башҡорттоң музыка ҡоралы – ҡурайҙы һаҡлау зарурлығы ла килеп баҫты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республика етәкселегенән, парламенттан ошо юҫыҡтағы закон ҡабул итеүҙе һорай. Шулай уҡ Ырым­бурҙағы Каруанһарайыбыҙ яҙмышын да хәл итеп ҡуйырға кәрәк. Өфөлә арҙаҡлы шәхестәребеҙ – башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы, донъяға танылған шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға, уның көрәштәше, шанлы йылдар ҡорбаны, шағир Шәйехзада Бабичҡа, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы данлыҡлы башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыу ҙа – өлгөрөп еткән эш. Был тәңгәлдә үҙемдән, өлгөрөп ҡалайыҡ, тип тә өҫтәгем килә, сөнки беҙ уйлап йөрөгәнсе, хыялланғансы һәм кемдәндер көткәнсе, ҡайһы берәүҙәрҙең, был шәхестәр – беҙҙеке, тип үҙләштереүе һәм үҙҙәренә уңайлы урында һәйкәл ҡороуҙары ла бар.
– Республика Конституцияһында нығытыл­ған Башҡортостан атамаһын инҡар итеп, “Башкирия” тип йөрөткән киң мәғлүмәт сараларына протест белдерергә! – Румил Аҙнабаевтың был һүҙҙәре оҙайлы алҡышҡа күмелде.
Сығыш буйынса, беҙ тағы ла яҡын киләсәктә көтөп аласаҡ ҙур ваҡиға – Торатауҙа “Ырыуҙар ташы” комплексы, мәсет төҙөлөшө буласаҡ. Был эш беҙҙе III бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәндән бирле “оҙатып йөрөй”.

Уйла, милләттәш, иҫеңдә тот

Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫРумил Аҙнабаев сығышынан йәнә бер өҙөк:
– Хәҙер беҙгә үҙ ҡылыҡтарыбыҙҙы барлар­ға кәрәк. Нимә менән ғорурланырға, нимәнән арынырға кәрәклекте билдәләргә тейешбеҙ. Беҙҙең күптәребеҙгә, мәҫәлән, ды­уамал­лыҡ, алабарманлыҡ, тәкәбберлек, көнсөллөк, эреләнеү, “сабатаны түргә элеү” кеүек халҡыбыҙ менталитетына хас булмаған сифаттарҙан ҡотолорға кәрәк. Халҡыбыҙҙа борон-борондан ихлас­лыҡ, инсафлыҡ хөрмәт ителгән.
Бөгөнгө милләттәштәребеҙ шуны ишетһен һәм уйланһын: беренсенән, һәр башҡорт иң тәүҙә үҙ ғаиләһендә тәртип урынлаштырһын. Ғаиләһен бәләкәй генә бер дәүләткә әйләндереп, башҡорт телен дәүләт теле итеп, башҡорт моңо, йолалары, тарихы балаларының ҡанына һеңдерелһен.
Икенсенән, һәр башҡорт ғаиләһендә кәмендә өс бала булырға тейеш. Һәр башҡорттан башҡорт телле башҡорт тыуһын! Элегерәк кешеләр башҡорт мәктәптәре булмауға һылтанды, аҙаҡ, башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелмәгән, тип зарланыусылар булды. Хәҙер һылтанырға урын юҡ. Ейәнең ниндәй телдә һөйләшә, һин шул милләткә хеҙмәт итәһең.
Өсөнсөнән, һәр башҡорт кәмендә өс телде белергә тейеш. Туған телдән тыш, рус һәм бер сит ил теле.
Дүртенсенән, меҫкенлек психологияһын күңелдән йолҡоп алып ташларға кәрәк. Бахырланыусылар күп. Бәғзеләр халыҡ исеменән бахырланырға ярата. Ундайҙарҙы ҡәтғи тыйырға! Эскән, динһеҙ, маҡсатһыҙ, кәмһетелгән, илауларға яратҡан, өмөтһөҙ, ялҡау кешеләргә һүҙ бирмәгеҙ. Күңелде төшөрә торған һүҙ – йоғошло сирҙән дә насар.
Бишенсенән, һәр башҡорт үҙенең был ерҙә хужа икәнен аңына һеңдерһен. Үҙен хужаларса лайыҡлы тоторға, хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнһен. Еребеҙ – милләттең төп байлығы, тигән хәҡиҡәт уларҙың телендә, ҡанында, ғәмәлендә булһын. Балаларыбыҙҙы, йәштәрҙе баҙар шарттарында ышаныслы итеп йәшәргә өйрәтәйек.
Алтынсынан, төшөнкөлөккө би­релгәндәрҙе, минән булмай, тип төшөп ҡалғандарҙы заман ҡуласаһы иҙеп китер. Беҙҙең ҡулдан килә, тип йәшәйек. Был беҙҙең йәшәү девизына әйләнһен.
Етенсенән, күп һөйләүҙән арынып, ғәмәли эштәргә күсәйек. Милләт исеменән һөйләп, ниҙер талап итер алдынан шуны иҫкә ал: һин үҙең башҡорттар өсөн нимә эшләнең?
Һигеҙенсенән, тағы бер девизды телгә индерәйек: беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.

Яңғыҙҙарҙы ғына донъя баҫа...

Пленар ултырышта тағы ла матур сығыштары менән Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Светлана Смирнова, Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Данис Шакиров, Силәбе өлкәһе губернаторы исеменән өлкә Мәҙәниәт министрлығының милли сәйәсәт идаралығы начальнигы Илья Аносов телмәр тотоп, делегаттарҙы емешле эшкә көйләне.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаның сығышы ла бик тойғоло булды.
– Бик күп быуат элек башҡорт ерҙәренә төрлө халыҡтар күсеп килеп, бында үҙенең икенсе тыуған ерен тапҡан. Һәм башҡорттар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәп, уртаҡ Ватанды – Рәсәйҙе дошмандан һаҡлағандар, берҙәм милли тарихты яҙғандар. Бөгөн дә бергә татыу йәшәйҙәр. Был аҫаба халыҡтың киң күңеллелеген, халыҡ-ара йылы мөнәсәбәттәрҙе, етәкселектең уйланылған дөрөҫ сәйәсәтен күрһәтә, – тине яҡташыбыҙ һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ролен дә, яҙмыштарҙы хәл итерлек, тип юғары баһаланы.
– Бөгөн беҙгә берҙәмлек кәрәк. Бары берҙәмлектә генә беҙҙең көс. Боронғолар юҡҡа ғына:
Үткәүелкәйҙәрҙе, ай, үтәйек,
Үтә алған ерҙән үтәйек,
Яңғыҙҙарҙы ғына донъя баҫа,
Бергә-бергә ғүмер итәйек, – тип йырламағандыр.

Мөхит бар!

Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫСәхнәгә билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова күтәрелгәс тә, халыҡ унан туған телебеҙгә ҡарата аҡыллы фекер көттө һәм, ғөмүмән, өмөт аҡланды ла.
– Һәр телдең ҡулланылышы бер нисә фактор менән билдәләнә. Беренсе – был телде белгән һәм ҡулланған кешеләр барлығы. Икенсе – демографик яҡтан көслө булыуы. Өсөнсө – дәүләт статусына эйә булыуы. Дүртенсе – телдең төрлө, бигерәк тә уның өсөн доминант булған, өлкәләрҙә ҡулланылышы. Бишенсе – тел ҡулланылышындағы тенденцияһы. Былар башҡорт теленә лә ҡағыла.
Башҡорт телен белгән мөхит бармы һуң беҙҙә? Бар! Рәсәйҙә бер миллион 600 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Шуларҙың бер миллиондан ашыуы башҡорт телен белә, уны үҙенең туған теле тип таный. 2010 йылғы йәниҫәп буйынса, Башҡортостанда бер миллион 200 мең тирәһе башҡорт йәшәүе билдәле. Шуларҙың 900 меңдән ашыуы башҡорт телен белә.
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, биш йыл элек үткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә таянып, йәнә миҫалдар килтерҙе:
– 20 меңдән ашыу рус, 132 мең тирәһе татар, алты меңдән ашыу сыуаш, өс меңдән ашыу мари, ике мең тирәһе удмурт, шулай уҡ икешәр меңләп ҡаҙаҡ һәм үзбәк башҡорт телен белеүен күрһәткән. Шулай итеп, 170 меңләп башҡа милләт вәкиле, башҡорт телен беләм, тигән. Тимәк, үрҙә телгә алған башҡорт телен белгән бер миллиондан ашыу башҡортҡа тағы ла 170 мең башҡа милләт кешеһе ҡушыла. Был мөхиттең артыуы тураһында һөйләй!
Ғалимәнең уйға һалырлыҡ һорауы ла яңғыраны: ЮНЕСКО башҡорт телен юҡҡа сығып барыусы телдәр исемлегенә индерҙе, ниңә? Быға һәр башҡорт яуап бирә алырлыҡтыр. Туған телде белеү ғаиләнән башлана, балалар баҡсаһы, мәктәптә дауам итә. Тап шулай булырға тейеш тә.
Бер тәҡдим дә яңғыраны.
– Бөгөн федераль кимәлдә “Рәсәй халыҡтары телдәре” тигән дәүләт программаһы барлыҡҡа килергә тейеш. Ул эшләһә, Рәсәйҙең милли республикаларында ғына түгел, ә бөтә төбәктәрендә лә һибелеп йәшәгән халҡыбыҙға, бүтән рус булмаған халыҡтарға ла һаҡланыуға, туған телен дәүләт яҡлауына мөмкинлек бирелер ине, – тине Фирҙәүес Хисамитдинова.

Уртаға һалып…

Ҡоролтай делегаттары халҡыбыҙ, республикабыҙ алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе алты майҙанда – алты секцияла ҡараны. “Йәшлек” уларҙың исемлеген биргәйне.
Һәр секцияла мөһим мәсьәләләр, проблемалар күтәрелде, сығыш яһаусылар, әлбиттә, ирешелгәндәрҙе лә урап үтмәне. Баҫмабыҙ йәштәр гәзите (асылда беҙҙе олоһо ла, кесеһе лә уҡый) булғанлыҡтан, ҡоролтайҙың йәш делегаттары йыйылған бүлмәгә – “Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” секцияһына инеп ултыр­ҙым. Әйтеүҙәренсә, форумға килгән 60-лап йәш кешенең 48-е ошо секцияла ҡатнашты. Халҡыбыҙ киләсәген хәл иткәндә үҙ өлөшөн индерергә теләүсе егет-ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов та булды. Һәм тағы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың да ошонда ултырыуы теләк-тәҡдимдәре менән сығыш яһаусы йәштәргә айырыуса бер дәрт һәм ышаныс өҫтәгәндәй тойолдо.
Секцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты янында эшләп килгән Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров алып барҙы. Ул тәүҙә совет эшмәкәрлегенә байҡау яһаны ла, киләһе көн һәм йылдарға ниәттәре менән дә бүлеште, борсолдорған күренештәргә лә туҡталды.
– Иң тәүҙә беҙгә берҙәмлек кәрәк, башҡорт йәштәре бергә булырға тейеш. Әле йәштәр ойошмаларының төрлөһө барлыҡҡа килде. Әлбиттә, һәр береһе үҙ йүнәлешендә эшләй, әммә уртаҡ маҡсат бер – халыҡ мәнфәғәтенә эшләргә. Улар бит шәхси ойошма түгел, ундайға әйләндерергә лә кәрәкмәй. Һуңғы осорҙа күңелде ҡырғаны шул: халыҡтың ығы-зығыһын ситкә сығарыу, ҙур шәхестәребеҙҙе сәбәп­һеҙ йәберләү осраҡтары арта. Интернет селтәрендә башҡорт ойошмаларының береһе береһен өҫтөн ҡуйып, бәхәсләшеүе беҙҙең халыҡҡа хас эш түгел, – тип башланы һүҙен Рәмзил ҡусты.
Шуны билдәләргә теләйем: III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бик дәртләнеп башланған Йәштәр советының эше, уның рәйесе Фәнзил Әхмәтшиндың яҙмышына бәйлемелер (замандашыбыҙ иреккә сығыр ваҡыт етеп килә), һүнеп ҡалғандай булғайны. Әле, Аллаға шөкөр, саралар үтә, егеттәр һәм ҡыҙҙар эшләй, эшләргә теләктәре лә барлығы күренә.
Рәмзил Байназаров билдәле тарихсыбыҙ Салауат Хәмиҙуллиндың үткән бер Йәштәр ҡоролтайында әйткән һүҙҙәрен миҫал итеп килтерҙе:
– Салауат ағай шулай тигәйне: “Беҙгә, башҡорттарға, берләшеү идеологияһын эҙләргә кәрәкмәй, ул ислам дине нигеҙендә ята. Һәм лидер халыҡ өсөн көрсөк ваҡытында үҙенән-үҙе барлыҡҡа киләсәк, ә беҙгә көрсөк кәрәкмәй, сөнки беҙ әлегә әҙер түгел”. Был һүҙҙәр менән килешәм. Беҙ үҙебеҙгә маҡсаттар ҡуйғанбыҙ, йәштәр менән эш алып барабыҙ.
Рәмзил Байназаров фекеренсә, әүҙем йәштәр күңеленә оҡшаған эш тапҡан икән, тимәк, уларҙың йәмәғәт эштәре менән дә булышырға ваҡыты һәм дәрте ҡаласаҡ. Кеше һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнергә тейеш, юғиһә уның буш ваҡытын, уйҙарын файҙаһыҙ бер нәмә биләйәсәк.
– Әгәр беҙ бөгөн йәмәғәт эшендә ҡайнап йөрөйбөҙ, халыҡ өсөн ниндәй­ҙер эштәр башҡарабыҙ икән, киләһе көндәрҙә беҙҙең эштәргә ҡарап түгел, ә беҙҙең балаларыбыҙға ҡарап баһа бирергә тейештәр. Йәғни балаларыбыҙ беҙҙең эштәрҙе дауам итһә, халҡыбыҙ, тип янһа, тимәк, беҙ, ысынлап та, халыҡ, ил өсөн яҡшы эшләгән шәхестәр булырбыҙ, – тип тамамланы һүҙен совет етәксеһе.
Йәштәр советы аппараты вәкиле Фәнил Рәхмәтуллиндың, “Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” төбәк-ара ойошмаһы рәйесе Азат Бәҙрәновтың, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Ғаяз Бикбула­товтың да һүҙҙәре урынлы булды. Ҡайҙа ғына булмаһындар, йәштәребеҙ бергә тупланып, заман ауырлыҡтарын бергә еңергә өйрәнеп, башҡалар араһында тиң булып йә­шәһен, насар юлдарға баҫмаһын, туған телен, тарихын онотмаһын, тигән саҡырыуҙар яңғыраны.
Башҡорт телен йәштәр араһында ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә килгәндә, беҙҙә бик матур хәрәкәт әүҙемләште, ул – Башҡорт КВН-ы. “Шаяниум”, Юниор лига, “Шаян уйын”, “Хәйерле стендап-кис” кеүек саралар­ҙы атап үтергә була. Алғараҡ китеп шуны әйтәйем: Башҡорт Асыҡ лигаһы етәкселеге вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына ла инде.
Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары Рифат Бикҡолов, тәрбиә һәм белем биреүҙең мөһим бер этабы булған балалар баҡсаларына ла иғтибар итергә кәрәклекте билдәләп, ижтимағи ойошмалар активистарына, урындарҙағы һәр башҡорт төркөмөн шефлыҡҡа алып, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек, тигән тәҡдимен дә еткерҙе.
Башҡорт йәштәре ойошмалары милләттәштәр йәшәгән ил төбәктәрендә лә, әлбиттә, бар. Ҡоролтайға күрше Силәбе өлкәһенән дә ҙур ғына делегация килде. Төбәктәге Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Әлфир Илбаҡтин йәштәр ҡатнашҡан секцияла сығыш яһағанда белдереүенсә, һәр эште намыҫ менән башҡарырға тырышырға кәрәк, сөнки абруй төшһә, халыҡ исеменә лә тап төшә тигән һүҙ. Тап ошоно гелән иҫтә тотоу йәштәрҙе яуаплылыҡҡа ла өйрәтә. Халыҡ мәнфәғәтенә эшләгән егет-ҡыҙҙарҙың милләт абруйы хаҡында ла уйланыуы маҡтауға лайыҡ.
Секция эше һуңында халыҡ шағиры, һуңғы 20 йылда Өфөлә уҙған бөтә ҡоролтайҙарҙа ла ҡатнашҡан Рауил Бикбай йомғаҡлау һүҙен әйтте:
– Йәштәре булмаған халыҡтың киләсәге юҡ. Бына һеҙҙең өсөн ҡыуанып ултырам – халыҡ өсөн янғанығыҙ күренеп тора, бик яуаплы, урынлы мәсьәләләр күтәрәһегеҙ. Йәштәр милләттең лидеры булырға тейеш, тиҙәр һәм бик дөрөҫ әйтәләр. Был бер-ике кешенән генә тормай, ә йәштәрҙең тотош ҡатламы лидер булырға тейеш. Зәки Вәлидиҙәр, Шәйехзада Бабичтар, эргәләрендәге башҡа көрәштәштәре йәш булған бит. Бергә генә улар нимәгәлер өлгәшә алған. Һеҙгә шундай яуаплылыҡ бирелә. Һеҙгә ҙур өмөт менән ҡарайым.
Секцияның резолюцияһы ҡабул ителеп, ҡоролтайҙың дөйөм резолюцияһына индереү өсөн ебәрелде. Моғайын, йәш замандаштарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алыныр.

Һүҙ һуңында

Дүртенсе йыйындың йомғаҡлау ултырышында ла аҡыллы фекерҙәр менән сығыш яһаусылар етерлек булды. Беҙ бер Рәсәйҙең халҡы, илебеҙгә лайыҡлы, иманлы кешеләр булып йәшәйек, тип саҡырған баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ме­нән дә, эшләйем тигән кешегә шарттар бар, тигән Баймаҡ фермеры Илфат Сәфәрғәлин менән дә, йәштәребеҙ бәхет эҙләп республиканан ситкә китмәһен, тигән “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге”нең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты Әмир Ишемғолов менән дә, бөгөнгө ҡулайлаштырыуҙы иҫәпкә алып, мәктәп яҙмышы – милләт яҙмышы, тип уйланырға мәжбүр иткән филология фәндәре докторы Әхмәт Сө­ләймәнов менән дә, “Ватандаштарҙы ҡайтарыу” программаһы кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөргән Ҡа­ҙағстандан килгән милләттәшебеҙ Урал Аҙнабаев менән дә килешмәү мөмкин түгел. Ә инде Башҡорт Википедияһына “йән өрөүсе”­ләрҙең береһе, сәсән, Башҡортос­тан статистика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллиндың:
Делегаттар, ҡунаҡтар!
Булмағыҙ тик шаһиттар,
Ҡор үтте лә эш бөттө, тип
Уйламағыҙ. Артабан һеҙ
Биш йыл буйы вәкәләтте
Мотлаҡ ғәҙел үтәгеҙ,
Халыҡ менән беҙ берлектә
Һеҙҙән ғәмәл көтәбеҙ! – тип өндәшеүе дүртенсе ҙур йыйынға бағланған өмөттәрҙең аҡланыуын талап итәсәк халыҡ барлығын да аңғартты.
Киләһе йылдарҙа халыҡ мәнфәғәтенә эшләүсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты составы ла үҙгәр­ҙе, унда 60 кеше эшләйәсәк, рәйес тә һайланды. Ул халҡыбыҙға яҡшы таныш шәхес – Әмир Ишемғолов.
– Халҡым өсөн булған энергиямды йәлләмәйенсә, барыһын да эшләргә әҙермен, – тине яңы етәксе.
Форумдың резолюцияһы проекты ҡабул ителде, ул 1 декабргә тулыһынса әҙер буласаҡ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Фекерҙәр

Рәүҙәт Ҡолманбәтов, Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– Бөгөн был төбәктә Башҡортостандан килгән 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй һәм эшләй. Улар – Себерҙе үҙләштереүгә һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр. Көнбайыш Себер­ҙең нефть табыу тармағында беҙҙең яҡташтар ҙур уңыш ҡаҙанды, үҙҙәрен халҡыбыҙға лайыҡ итеп күрһәтте һәм күрһәтә. Себерҙең төрлө төбәктәрендә башҡорт ойошмалары эшләп килә. Беҙҙең округта 12-нән ашыу. Әйткәндәй, Ханты-Манси автономиялы Округы Башҡор­тостан менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә бара. Ике яҡлы килешеү 1998 йылда уҡ төҙөлгән.
Ҡырыҫ Себерҙә эшләүселәр­ҙең байтағы бөгөн кире тыуған яҡтарына ҡайтырға теләй. Был тәбиғи теләккә дәүләт программаһы менән булышлыҡ итеү шарт. Документта айырым льготалар ҙа ҡаралырға тейеш. Себер башҡорт­тары бына ошондай программаны көтә.

Көнһылыу Әйүпова, Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте китапханаһы мөдире:
– Пленар ултырыштағы сы­ғыштарҙы рухланып тыңланым. Беҙ, силәбеләр, фәһем алып ултырҙыҡ. Силәбе өлкәһендә, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе киҫкен тора. Туған телде белеү, халыҡҡа ихтирам иң беренсе ғаиләнән башланып, үҫә килә мәктәптәр­ҙә, башҡа уҡыу йорттарында дауам ителергә тейеш. Йәштәребеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, улар үҙ телен онотмаһа ине.

Марат Ғилманов, Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең социаль өлкә, йәштәр сәйәсәте һәм спорт үҫеше бүлегенең әйҙәүсе белгесе:
– “Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” секцияһында ҡатнаштым. Бөгөнгө йәштәрҙең йәшәйебеҙҙәге роле тураһында һөйләнем. Киләсәк, ысынлап та, беҙҙән, йәштәрҙән торамы икән, ниндәй мәсьәләләрҙе күтәрә алабыҙ, тип уй-ниәттәребеҙҙе еткерҙек, тәҡдимдәр индерҙек.
Күмертауҙа урындағы хакимиәт белгесе булып эш башлағас та, үҙебеҙҙең йәштәрҙең рухын күтәрергә булдым. Беҙҙе бөгөн ниндәй глобаль проблема борсой? Ауылдарҙан килеп, ҡала еренә яраҡлашыу, ғаиләләрҙә йолаларҙы һаҡлау һ.б. шундайыраҡ темаларға “түңәрәк өҫтәл”­дәр ойоштора башланыҡ, башҡа саралар аша ла халҡыбыҙ ҡиммәттәрен онотмаҫҡа саҡырырға теләйбеҙ. Үҙем ҡала башҡорттары ҡоролтайының йәштәр ойошмаһын да етәкләйем. Ниәттәр күп.

Азамат Шириязданов, Ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтау ҡалаһынан:
– Мин үҙем Өфө дәүләт нефть техник университетының өсөнсө курсында белем алам. Тау инженеры-геофизик һөнәрен үҙләштерәм. Уҡырға махсус бирелгән квота (“Ватандаш­тарҙы ҡайтарыу” программаһы сигендә) бу­йынса ингәйнем. Ҡаҙағстандан шундай мөмкинлек менән файҙаланған һуңғы студентмын, үкенескә күрә, хәҙер квота бүлеү бөтөрөлдө. Ул яңынан тергеҙелһә, уҡырға килергә теләүселәр табыласаҡ.
Туған телемде ишетеп, бик ҡыуанып ултырҙым. Беҙҙең Аҡтау өлкәһендә башҡорттар өс йөҙләп кенә. Ҡалала “Салауат” тигән милли-мәҙәни башҡорт үҙәге эшләй. Һабантуйҙар уҙғарыла, милли көрәште таратыуҙа ҙур эш алып барыла, Башҡортостан ме­нән берлектә саралар үтә. Йәкшәмбе мәктәбе лә эшләй. Атайым – Һамар башҡорто, әсәйем – Ейәнсуранан. Башҡортса, русса, ҡаҙаҡса беләм.
Йәштәргә теләгем – берҙәм, илһөйәр булырға. Патриотлыҡ йылдан-йыл нығына былай. Шул ҡыуандыра. Ошо ҡоролтай кеүек саралар йышыраҡ үткәрелһен, осрашып күрешергә бер мөмкинлек был.

Зөфәр Хәкимов, Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы советы рәйесе (Башҡортостан Республикаһында Һарытау һәм Һамар өлкәләре башҡорттарының Мәҙәниәт көндәре уңайынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында һөйләгәндәрҙән):
– Беҙҙең өлкәлә милли тради­ция­ларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Һарытауҙа “Милли ауыл” комплексы эшләп килә. Башҡорт тирмәһен бик яраталар. Иҫ­тә­лекле көндәрендә кешеләр ошон­да килеп фотоға төшә. Айырыуса йәштәрҙе күп күрергә була. Йәй дауамында бөтә сәйәхәт теплоходтары ошонда туҡтай, килеүселәр һаны 10 – 20 меңгә етә.
Милли-мәҙәни юҫыҡтағы ту­рист маршруты асылыуын бик ҡыуанып ҡабул иттек. Ул “Кә­мәлек башҡорттары – Лев Толстой” тип атала. Билдәле яҙыу­сының башҡорттар янында йәшәп, ҡымыҙ эсеп дауаланыуын барыһы ла белә. Шуға ла ошо тарихты бөгөн дә ихтирам итеүҙән һәм бер юлы туризмды ла үҫтереү йәһәтенән булдырыл­ған был.

Камила Сизякова, Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы идаралығы рәйесе:
– IV бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ғына ойошторолған Мәҙәниәт көндәре барышында Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек буйы башҡорттарының Башҡортостанға сәфәрен тарихи ваҡиға тип ҡабул иттем. Өлкәнән бик күмәк килдек – 65 кеше. Уларҙың күбеһе Башҡор­тостанға тәүгә аяҡ баҫты. Аллаға шөкөр, Башҡортостанда барған бөтә хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар менән танышбыҙ, сөнки 2014 йылдан алып “Юлдаш” радиоһын тыңлайбыҙ. Был – ҙур ҡыуаныс. Мәҙәниәт министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек арҡаһында мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән байтаҡ проект ғәмәлгә ашырыла.
Тиҙҙән Һамарҙа Дуҫлыҡ паркы төҙөлөп, унда Башҡорт йорто ла буласаҡ. Был инде тирмә рәүешендә түгел, ә башҡа халыҡтарҙыҡы менән бер рәттән, биш сутый ерҙә урынлашҡан 50 кв. м майҙанлы өй итеп төҙөлә.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
Positive SSL
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter