“Салауат Юлаев” Европаға сәфәргә юлланды

30.11.2016 в 19:31 \\ Спорт \\ 277
  • Первый рисунок

Юлаевсылар бөгөн Ригала “Динамо” менән уйнай. Континенталь хоккей лигаһының быйылғы миҙгелендә командалар сентябрҙә Өфөлә осрашты. Унда Рига клубы көслөрәк булды һәм 3-2 иҫәбенә еңеү яуланы. Бөгөнгө уйын Өфө ваҡыты менән киске туғыҙҙа башлана. Латвияға сәфәрҙән һуң “Салауат Юлаев” Минскиҙа “Динамо” менән осраша, матч 2 декабрҙә үтә һәм 4-ендә Хельсинкиҙа “Йокерит” менән уйнай.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar