Тәүге аҙымдарың менән, “Илһам"! | Новости Башкортостана

Тәүге аҙымдарың менән, “Илһам"!

27.07.2016 в 19:46 \\ Культура \\ 1062
  • Первый рисунок

Тыуған ерҙән ситкә китһәң, үҙ илеңдең, телеңдең, яҡташтарыңдың ҡәҙерен нығыраҡ белә башлайһың, тиҙәр. Шуғалыр ҙа республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ төрлө ойошмаларға, ассоциацияларға берләшеп, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалап йәшәй, милләттәштәре менән тығыҙ аралаша. Был йәһәттән мәскәүҙәр уңды тип әйтергә була: “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәниәте үҙәге яҡташтарҙы бергә туплап, уларға үҫергә, баш ҡаланы яуларға ярҙам итә. Шулай уҡ “Алтынай” бейеү ансамбле илебеҙҙең баш ҡалаһында һәр ваҡыт Башҡортостан Республикаһының бренды, күрһәткесе булараҡ сығыш яһай. Былтыр актерлыҡ һәләте булған Мәскәү башҡорттары “Илһам” театр түңәрәгенә берләште.

Әбйәлил ҡыҙы Мәҙинә Илһамова 90-сы йылдар аҙағында республикабыҙҙа йырсы һәм төрлө сара ойоштороусы булараҡ танылыу яулай башлағайны инде. Кинәт кенә эстраданан юғалған был ҡыҙ менән бер нисә тапҡыр ҡыҙыҡһынып та ҡуйғайным. Ҡайҙа ул, ниңә сәхнәнән китте, хәҙер нимә менән шөғөлләнә? Ә ул Мәскәү ҡалаһына барып, телесериалдар төшөргән студияла һәм урындағы телеканалда сценарий яҙыусы булып эшкә урынлашҡан икән. Бер ни тиклем ваҡыт бөтөнләй сәхнәгә сыҡмаған, йыр сәнғәтенән ситләшеп торған. Тик сәхнәнең тәмен бер белгән талант эйәләре унан китә алмай, тиҙәр. Шул һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүен Мәҙинә иҫбатлай ҙа инде. Бынан бер нисә йыл элек башҡорт ҡыҙы Мәскәүҙә уҙғарыл­ған байтаҡ сарала йырҙары, бейеүҙәре менән сығыш яһай, яҡташтар менән осрашыуҙар ойоштора башлай. Үҙ халҡы өсөн янып, яратып эшләүен күргән “Аҡ тирмә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре уға башҡорт театры түңәрәген асырға тәҡдим итә. Энтузиазмға ҡорол­ған был эштә ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға осрарын белһә лә, Мәҙинә Рәйес ҡыҙы был эшкә ҡуш ҡуллап тотона:
– Һәр нәмәне аҡса менән иҫәпләп булмай, кешенең яратҡан шөғөлө, ҡыҙыҡһыныуы, күңел талабы була. Үҙ халҡымды, милләтемде үҫтереү, ойоштороуҙан да мөһимерәк эш юҡ кеүек. Был – мине үҫтергән, талант биргән, белем алырға ярҙам иткән, туған телле иткән халҡыма рәхмәт һүҙем. Эш хаҡы һорау түгел, киреһенсә, ай һайын эшләп тапҡан аҡсамдың 4 – 5 мең һумын ошо түңәрәк эшенә тотонам. Йәл түгел, үкенмәйем дә, сөнки ҡайһы бер кешеләр ундай сумманы иҫерткес эсемлектәргә, тәмәкегә, уйын автоматтарына, бик тә булмаһа, берәй ресторанға инеп ашау­ға тотона. Мин ундай алама ғәҙәттәр­ҙән, Аллаға шөкөр, азатмын. Шуға күрә, түңәрәк эшен тәҡдим иткәс, икеләнмәйенсә ризалаштым. Эште интернет селтәре аша театр түңәрәгенә талантлы милләттәштәр эҙләүҙән башланым. Иғландар бирелде, таныштарымды әйҙәнем. Тәүге осрашыуға уҡ түңәрәккә 18 – 45 йәштәрҙәге 15 кеше йыйылды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата сығыш яһар өсөн Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драмаһын сәхнәләштерә башланыҡ. Бала саҡтан сәхнәнән төшмәй йөрөһәм дә, эш башлағас, режиссер булараҡ төрлө ауырлыҡҡа осраным. Махсус уҡыу йорттарында уҡыусы студенттарҙан ярҙам һораным, тик улар әллә ваҡыт таба алманы, әллә эш хаҡы булмағанлыҡтанмы, ярҙам итергә атлыҡманы.
Ҡаршылыҡтарға осрағанда тағы ла сәмләнеберәк эшләү хас булған башҡорт ҡыҙы алдына алған маҡсатына ирешмәйенсә ҡуймай. Спектакль өсөн тыуған ауылы Байымда йәшәүсе туғандарынан элекке кейемдәрҙе эҙләй, таба һәм Мәскәүгә алып килә. Декорация өсөн түңәрәк ағзалары 100-әр һум аҡса йыя, ҡалған сығымдар­ҙы ойоштороусы үҙ өҫтөнә ала. Шулай итеп, 2015 йылдың 13 майында “Илһам” театр түңәрәге тәүге тапҡыр Мәскәү милләттәр йорто сәхнәһенә сыға. Театр түңәрәгенең ныҡлы эшләп китеүендә был ойошманың ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Өс айға бер, сират буйынса спектаклдәр ҡу­йыр­ға бушлай зал һәм сәхнә тәҡдим ителә. Ошонда уҡ башҡа халыҡтарҙың да эштәре менән танышырға була. Әйткәндәй, башҡорт театры иң йәше, ә татар халыҡ театры быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Мәскәү милләттәр йортоноң спектаклдәргә бер генә талабы бар: пьеса ҡуйыл­ғанға тиклем рус һәм башҡорт телдәрендә тапшырылырға тейеш. Ә хәҙерге заманда ижад итеүсе башҡорт драматургтары әҫәрҙәрен тәржемә итергә бик ашығып бармай. Шуға күрә Мәҙинә Илһамова күберәк классик әҫәрҙәргә тотона. Мөҙәрис Мөсифуллин ғына был талап тураһында белгәс, “Аҡса кемгә кәрәкмәй?” комедияһын ике телдә яҙып ебәргән. “Илһам”дар уны 1 апрелгә – Көлкө көнөнә сәхнәләштереп тә өлгөргән.
Режиссер артабанғы эше итеп Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһына тотона һәм баш ҡалала үткән Башҡортостан көндәрендә шул уҡ сәхнәлә уның премьераһы була. Гнесиналар исемендәге консерваторияла уҡыусы Ҡәҙриә Садкова уны музыкаль яҡтан биҙәй, спектакль уның фортепьянола уйнауы менән оҙатыла. Төп ролдәргә лә йырсы актерҙар һайлана.
Мәҙинә Рәйес ҡыҙы артистары менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. Баймаҡ гүзәле Айгөл Байназарова, Дәүләкән һылыуы Светлана Ғәлимуллина (икеһе лә мәктәптә инглиз телен уҡыта), Баймаҡ егете Замир Йәминов (инженер), студенттар Гөлйемеш Ласынова, Нәркәс Йәнтүрина (Баймаҡ), Юлай Ғилметдинов (Миәкә), Гөлдәниә Юлъяҡшина (Ғафури), Айтуған Ҡәйепов, Илгизәр Мортазин (Хәйбулла), Азат Ҡаҙаҡбаев (Күмертау ҡалаһы), юрист булып эшләүсе Занфир Кашапов (Салауат), табип Гөлнара Әбделғужина (Өфө) театр түңәрәгенең төп көстәре булып тора. Башҡортостандың һәр төбәгенән вәкилдәр бар бында. Түңәрәк кенә тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, “Илһам” – ул Станиславский методы буйынса белем биргән бәләкәй генә мәктәп тә. Вокал, сәхнә теле, дөрөҫ һөйләү, бейеү дәрестәре үтә, этюдтар ҡуйыла. Мәскәүҙә элек-электән йәшәүсе башҡорт ғаиләләрендә балалар үҙ телен онотмай икән, иркен аралашалар. Мәҙинә Рәйес ҡыҙына шундай балалар өсөн дә айырым түңәрәк асырға тәҡдим иткәндәр. Тимәк, алдағы йылдарҙа баш ҡала сәхнәләрендә тағы ла башҡорт телендәге тамашалар артасаҡ.
Яҙ көнө Мәҙинә Илһамова Үҙешмәкәр милли театрҙар фестивалендә ҡатнашыр­ға саҡырыу алған. Бөгөн түңәрәк ағзалары Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрә­кәй” спектакле менән лайыҡлы сығыш яһар өсөн (матур костюмдар, декорация һәм сифатлы музыкаль биҙәлеш кәрәк) бағыу­сылар эҙләй. Сөнки баш ҡала халҡын театр­ға талант менән генә йәлеп итеп булмай, улар шоу булырлыҡ тамаша көтә.
13 майҙа театрға бер йыл тулыу айҡанлы үткән кисәлә “Илһам”дар йомғаҡ яһап, бер йылда күрһәтеп өлгөргән спектаклдәренән коллаж күрһәткәндәр: Әнғәм Атна­баевтың “Әсә хөкөмө”, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙа­са”һы, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ы, Мөҙәрис Мөсифуллиндың “Аҡса кемгә кәрәкмәй?”е.
– Бер йәш бәләкәй генә юбилей, матди яҡтан ярҙам булмаһа ла, урындағы Башҡортостан вәкиллеге бинаһында аҙнаһына бер йыйылышырға форсат бар. Бының өсөн был ойошмаға, мине рухлы итеп тәрбиәләгән атай-әсәйемә, Башҡор­тостаныма рәхмәтлемен, – ти Мәҙинә Рәйес ҡыҙы.
Театр белгестәренә, профессионал­дар­ға “Илһам” түңәрәгенең эштәре оҡшай. театр етәкселәренең 24 майҙа үткән оло йыйылышында башҡорт театрының эше яҡшы баһа алды, ул Мәскәү халыҡ театрҙары ойошмаһына ҡабул ителде. Үҙ халҡының мәҙәниәтен үҫтереү өсөн янып йөрөүсе, хаҡ һорау түгел, киреһенсә, үҙ кеҫәһенән аҡса сығарыусы (ә уның баш ҡалала үҙ фатиры ла, шәхси бизнесы ла юҡ) башҡорт ҡыҙының эше маҡтауға лайыҡ. Дәүләт театрҙары ла ҡасандыр бинаһыҙ, декорацияһыҙ, юҡ ерҙән эш башлаған. Тимәк, “Илһам”дарҙың да яуланыр бейеклектәре алда әле. Тәүге аҙымдарың ырыҫлы, ҡотло булһын, башҡорт театры!

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter