Тәрән йылға тын аға | Новости Башкортостана

Тәрән йылға тын аға

06.12.2015 в 11:43 \\ Общество \\ 389
  • Первый рисунок

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова әҙәбиәт белгесе, балалар яҙыусыһы, БДПУ-ла һәм оҙаҡ йылдар БДУ-ла студенттарға юғары белем биреүсе хөрмәтле уҡытыусы булараҡ билдәле. Ғалимәнең төп эше – тикшеренеү, һығымталар сығарыу, ваҡытында төплө һәм берәгәйле фекер әйтеү. Аң теүәллеге, аҡыл камиллығы ғына етмәй бының өсөн. Быуаттарҙы быуаттарға тоташтырып, тотош кешелек кимәлендә фекер йөрөтөргә, алдан күрә белергә лә тейеш тәү нәүбәттә. Ә бының өсөн характер, маҡсатҡа ынтылыш һәм шәхес булып етешеү мөһим.

...Училищены тамамлағас, Зәйтүнә, йәнтөйәгенә ҡайтып, балалар уҡытырға тотона. Ауылы – Ишембай, Белорет һәм Бөрйән райондары сигендә, Бәштин тауының башланған ғына ерендә. Алтмышлап километрға һуҙылған тауҙың икенсе текә осо Белорет районы Баҡый егете Сабирҙың ауылына барып төртөлөүен дә белмәй әлегә ҡыҙый. Арала һирәк-мирәк дуҫтарса хаттар йөрөй, тора-бара улары ла онотола. Зәйтүнә, ике йыл эшләгәс, химия факультетына уҡырға инмәк булып, Өфөгә БДУ-ға, юллана. Әммә, 3 йыл эшләү мәжбүри, тигән талап арҡаһында, кире ҡайтып китә. Шул көҙҙән РОНО-ға инспектор итеп күсерелеп, ауыл мәктәптәрен тикшереп йөрөй, комсомол тормошонда ҡайнай, шиғырҙар яҙа (тик береһен дә баҫтырмай) башлай.

Нимәнелер бик теләп тә ала алмағаныңда, ябыҡ ишектәрҙе дөмбөрләтеүҙән файҙа юҡ, берәүһе ябылһа, икенсеһе асыла, тимәк, үҙ юлыңа илтеүсе икенсе һуҡмаҡ бар, тиҙәр. Зәйтүнәнең ул ваҡытта үҙ яҙмышын юллап йөрөүе булғандыр. Икенсе тапҡыр БДУ тип килә, тик уға химик булырға яҙмаған, күрәһең – тап шул йылда ҡабул итеү имтихандарына сит телдәр индерелә. Педучилищела бер нисә сәғәт кенә өйрәнелһә лә, дипломға баһа ҡуйылған, тимәк, имтихан – мотлаҡ. Сит тел талап ителмәгән берҙән-бер бүлек – башҡорт филологияһы. Аптыранырға ваҡыт юҡ, йәш бара, уҡығы килә. Әлеге бүлеккә, имтихандарҙы гел «бишле»гә тапшырып, конкурстан тыш ҡабул ителә. Дәрестәр башланғас, уны икенсе курста уҡыған Сабир килеп таба, шулай итеп улар ҡабаттан осраша, өйләнешә. Тәүге ҡыҙҙары Сулпан студент йылдарында донъяға килә. «Бәпәйҙе өҫтәлгә һалабыҙ... Ҡыҫыҡ ҡына бүлмә... Сабир эшкә төшкәс, ҡалаға сыҡтыҡ. Ул ваҡытта Өфөлә ҡуртымға буш фатир табыу ныҡ ҡыйын ине. Нижегородкалағы сиркәү эргәһендә ҙур мейесле бер өйҙә торабыҙ. Иртә менән яғып өлгөрөп булмай, стеналары тишек-тошоҡ, тыш һымаҡ һалҡын йортҡа кис ҡайтып инәбеҙ... Ундай ауырлыҡтарҙы бер беҙ генә түгел, бөтөн беҙҙең быуын кешеләре үтте, бала һөйрәп, ярым йәйәү-ярым ас, фатирһыҙ... Башҡаларҙы белмәйем, әммә беҙҙең бүлекте бөткәндәрҙең күбеһе ошолай әҙәм булып китте. Ҡыйынлыҡҡа түҙәһең, сөнки эш тапһаң, яйлап фатир алыу өмөтө бар ине. Беҙ ҙә сағыштырмаса тиҙ өйлө булдыҡ», – ти Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы.

Юғары уҡыу йортон ул ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тәүге эш урыны – «Башҡортостан пионеры». Тиҙҙән ире менән бер редакцияла эшләй башлай – «Башҡортостан» гәзитенә тәржемәсе итеп алына. Ҡайһы ваҡыт таң һыҙылғансы эшләүҙәр, ҡайһы саҡта – бала менән өсәүләп... Әмәлгә ҡалғандай, буласаҡ ғалимәне Ғайса Хөсәйенов Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә саҡыра...
Гөлназ ҠОТОЕВА.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова тураһындағы мәҡәләне журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
Positive SSL
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter