Түрбашыңда нимә бар? | Новости Башкортостана

Түрбашыңда нимә бар?

28.08.2017 в 18:48 \\ Общество \\ 215
  • Первый рисунок

Һауыт-һабаның матур һәм уңайлы булыуы һәр хужабикә өсөн мөһим. Аш-һыу әҙерләү бүлмәһендә ҡатын-ҡыҙ байтаҡ ваҡытын ғына уҙғарып ҡалмай, ғаиләһенең һаулығына нигеҙ ҙә һала.

Экологик яҡтан таҙа, файҙалы ризыҡтар ғына түгел, ниндәй таба-кәстрүлдәр һайлауығыҙ ҙа яҡындарығыҙ сәләмәтлегенә йоғонто яһай. Бөгөн һатыуҙа табаҡ-һауыттың ниндәйе генә юҡ. Ҡытай һәм Вьетнам баҙарҙарында тулып ятҡан, артыҡ арзанлы һәм тәү ҡарамаҡҡа матур ғына ялтыр ҡалай һауыт-һабанан һаҡ булығыҙ! Хаҡтары ылыҡтырғыс та ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе беҙҙең илдә ҡабул ителгән хәүефһеҙлек стандарттарына тап килмәй, ҡалайы артыҡ йоҡа, тиҙ генә йәмшәйеп бара, өҫтөнә ялатылған ялтыры ла ысын ҡорос түгел, бер аҙ тотоноу менән ашалып, урыны-урыны менән тутыға ла ҡуя. Тутыҡлы урындарҙан төрлө химик матдәләр бүленеп ашҡа эләгә, кителгән урындары булған таба-кәстрүлдәрҙә ризыҡ әҙерләү зыянлы. Шуға ла ялтыр ҡорос һауыт-һабаның үҙебеҙҙең илдә электән эшләп килгән заводтарҙа йә Европаның билдәле фирмаларында етештерелгәндәрен һайлау иң отошлоһо. Сифатлы, тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән кәстрүл-табалар зауыҡлы ла, уңайлы ла, һәр төрлө заманса плитәләрҙә лә тотонорға була.

Түрбашыңда нимә бар?Эмаль ялатылған һауыттарҙы ла хужабикәләр үҙ итә. Улар, ысынлап та, һурпалы аштар, туҡмастар бешереү өсөн уңайлы, реакция бирер тип ҡурҡмай йәшелсә-фәлән тоҙларға, маринадтар әҙерләргә лә яҡшы, тик бутҡаны ғына көйҙөрөп бара. Эмалле кәстрүлдәр һәр яҡлап һәйбәт, кире яҡтарынан тиҙ сатнап барыуы ғына инде, тутыға башлаһа, бешеренеүгә тотонмай, ярма-фәлән һаҡлауға ҡалдырығыҙ. Сөнки бүленеп сыҡҡан ҡатмарлы тимер ҡушылмалары ҡапыл беленмәһә лә, яйлап ҡына ашҡаҙан юлдарына зыян итеүе бар. Яңы эмалле кәстрүлде тотонор алдынан тоҙло һыу һалып ҡайнатып, кире түкмәй генә һыуытып, нығытып алыу һауыттың ғүмерен оҙонайта, ти белгестәр.

Иң модалы кәстрүлдәр – тефлон ялатылғандары. Тефлон – ныҡлы иретмә, ул хатта алтын менән көмөштө иреткән кислоталарға бирешмәй, әммә ул һаҡлыҡ талап итә. 200–220 градуста (ризыҡты ғәҙәти ҡыҙҙырыу шул тирә эҫелектә) бешерһәң, уға бер нәмә лә булмай, әммә 300 градуста ул зыянлы матдәләр бүлеп сығарып, тарҡала башлай. Тефлонлы кәстрүлдәрҙе, табаларҙы тотонор алдынан унда ике-өс тапҡыр таҙа һыу ҡайнатып түгер кәрәк. Ундай һауыт-һабаны ҡаты, ҡырлы йыуғыстар менән ҡырып йыуырға ярамай. Тефлон йөҙлөк ҡырылһа, һыҙырылһа, уны ҡабат тотоноу хупланмай, сөнки шул зыян килгән урындарынан әҙ-әҙләп булһа ла плавик кислотаһы бүленеп сыға, тағы ла тефлондың ҡайырылып сыҡҡан ваҡ киҫәктәре лә ризыҡҡа эләгеүе бар. Ризыҡты көйҙөрмәй ҡыҙҙырғанда майҙы ла әҙ талап иткән бындай заманса табаларҙың рәхәтен күрәбеҙ тиһәгеҙ, йомшаҡ йыуғыс менән генә йыуырға һәм ундағы ризыҡты тик ағас ҡалаҡ йә көрәксек менән генә болғатырға кәрәк икәнен баштан сығармағыҙ.

Совет осоро йылдарында киң ҡулланылған алюмин һауыт-һабаны зыянлы тип һуңғы йылдарҙа ҡулланмаҫҡа тырышалар. Был ысынлап та шулай, бутҡа һымаҡ аҙыҡты бешерергә була, унда ла оҙаҡ һаҡламай ғына. Ә бына өйрә йә ашҡа алюмин кәстрүл бармай, бигерәк тә әсе ашты ҡайнатҡанда кәстрүлдән бүленеп сыҡҡан алюмин норманан – 70, ә маринад йә мүк еләге морсында, мәҫәлән, хатта 500 тапҡырға артып китә, йәғни компот ҡайнағансы алюмин кәстрүл ярты грамға еңеләйә тигән һүҙ. Алюмин йылыны тиҙ үткәрә, шуға ундай кәстрүлде ташларға ашыҡмағыҙ, аш бешерергә, һуттар ҡайнатырға ярамаһа ла, ярма йә картуф бешереүгә бара. Шулай уҡ алюмин таба-кәстрүлдәрҙе ҡырып йыуырға кәңәш ителмәй, эсенә әҙерәк майлы һыҙат ултырһа, һәйбәтерәк, зыянһыҙыраҡ.

Духовкала ҡамыр аштары бешереүҙә хәҙер силикон табалар киң ҡулланыла, ышаныслы фир­малар етештергән силикон һауыттарҙың бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Уларҙы туңдырғысҡа ҡуйһаң да, мейескә ултыртһаң да, тулыһынса хәүефһеҙ. Шулай уҡ духовка өсөн быяла табалар бик йәтеш.
Хужабикә түрбашҡа һауыт-һаба һайлағанда ла, башҡа бик күп өлкәлә лә мәғлүмәтле булырға бурыслы, сөнки ғаилә ағзаларының һаулығын да, кәйефен дә, зауығын да тап ҡатын-ҡыҙ билдәләй.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter