Тау башында балҡый ғорур һын | Новости Башкортостана

Тау башында балҡый ғорур һын

16.06.2017 в 20:24 \\ Общество \\ 328
  • Первый рисунок

Бөгөн исеме һәм даны Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған күренекле шәхес Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл. Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter