Театр төнө өфөләргә халыҡ артисы булыу мөмкинлеге бирәсәк | Новости Башкортостана

Театр төнө өфөләргә халыҡ артисы булыу мөмкинлеге бирәсәк

02.09.2017 в 15:16 \\ Культура \\ 562
  • Первый рисунок

Быйыл Өфөлә 19 сентябрҙә уҙасаҡ Театр төнө өфөләргә үҙ-үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Ошо хаҡта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ғәҙәттәге акцияны ойоштороусыларҙың берәүһе белдерҙе.

Театр йондоҙ булырға, профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүселәр өсөн кастинг иғлан итте. Башҡортостандың төп театры сәхнәһендә Башҡорт академия театры йондоҙҙары менән берлектә мауыҡтырғыс театр шоуы үтәсәк. Кастингты үткән өфөләр тамашала ҡатнаша һәм «Халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде яулай ала. Йыйылған тамашасылар эксперттар ролендә сығыш яһаясаҡ, улар тауыш биреү менән еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Кастингта ҡатнашыу өсөн теләһе ҡайһы жанрҙа үҙеңдең сығышыңды видеороликка төшөрөп, gafury_lit@mail.ru тигән электрон адресҡа (темала ТАЛАНТ һүҙен яҙырға) йәки сара төркөмө хакимдарына йә иһә 8-917-491-10-77 телефон һандарына «wats-up»ҡа хәбәр менән ебәрергә кәрәк. Ғаризалар 15 сентябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter