Урманға сыҡһаң, һаҡ ҡылан! | Новости Башкортостана

Урманға сыҡһаң, һаҡ ҡылан!

18.08.2017 в 18:43 \\ Общество \\ 247
  • Первый рисунок

Башҡортостан урман хужалығы министрлығы республика урмандарында янғын хәүефлегенең 3-сө класы урынлашыуы тураһында иҫкәртә. Граждандарҙы урмандарҙа үтә һаҡ эш итергә һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыралар. Ял көндәрендә һыу ҡоштарына һунар миҙгеле асыла. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим: урманда тоҡанған шырпы, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, тиҙ яныусы матдәләр менән эшкәртелгән материалдарҙы ташлау тыйыла. Ҡояш ҡыҙҙырып торған яландарҙа быяла шешәләр һәм быяла киҫәктәрен ташлап китеү ҙә хәүефле. Улар ут ҡабыҙыу линзалары һымаҡ янғынға килтерә ала. Янғын хәүефе миҙгелендә урманда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙә боҙған өсөн граждандарға 5 мең һум күләмендә штраф, урман үҫентеләренә зыян килтергән, йә иһә юҡ иткән өсөн килтерелгән зыянды ҡаплатып, 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter